Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:56

Башҡортостанда үҙ атаһынан туҡмалып йәшәгән 6 йәшлек ҡыҙыҡай яңы ғаиләгә урынлаштырылған

-

Башҡортостанда атай кеше эскелек менән мауыҡҡан, ҡыҙҙарына ҡул күтәргән, ә әсә быға күҙ йомған. Аҙаҡ эскесе әсәй 6 йәшлек Варяны интернатҡа биргән. Атаһын шунда уҡ, ә әсәһен 2020 йылдың ноябрендә генә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр.

"Варя йыш ҡына маңлайындағы яра эҙен күрһәтә. Сәстәрен айырып ҡараһаң, ҡот осҡос, ҡурҡыныс яра эҙҙәрендә бөтөнләй сәс үҫмәй", - тип һөйләй Варяны тәрбиәгә алған Наталья.

Наталья Варяны тәүге тапҡыр күргәс, уға ике йәш тип уйлаған, ә ул ваҡытта ҡыҙсыҡ кәмендә дүрт йәштә булған. Бала церебраль фалиждан яфалана - баш мейеһе йәрәхәтенән һуң инсульт эҙемтәләре. Буйы бәләкәй, етерлек күләмдә туҡланмау арҡаһындалыр инде. Варя, ҡулына таянып, шыуышып ҡына йөрөй белгән. ????

Хәҙер Варя яңы ғаиләһе менән Краснодарҙа йәшәй. Ғаиләнең үҙҙәренең өс улы һәм тәрбиәгә алған өс йәшлек ҡыҙы бар.

Бала хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе айырырға өйрәнгән. Тәүге айҙа ҡыҙ - 2,5, ә дүрт айҙан һуң 4,5 сантиметрға үҫкән. Быға тиклем һөйләшмәгән Варяның теле асылған.????????????

Бәхетле бул, Варя!

Сығанаҡ: Уфа1.ру
Башкортостаным/яңылыҡтар.
Читайте нас