Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:29

Башҡортостан халҡы күберәк урында коронавирустан вакцина эшләтә ала

-

Бөгөн Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта дүрт мобиль пункт асыла. Баш ҡалала “Мега”, “Планета”, “Башҡортостан Лайфстайл” сауҙа-күңел асыу комплекстары һәм Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә прививка яһатырға була. Республикала коронавирустан вакцина эшләтәү өсөн 131 урын бар. Көн һайын 1 меңгә яҡын кеше прививка яһата. СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар менән көрәш һәм профилактикалау буйынса республика үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, вакцина етерлек, прививка түләүһеҙ эшләнә.
Читайте нас