Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:25

Башҡортостан – ауыл хужалығы малдарын һанлы иҫәпкә алыу буйынса лидер

-

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эш осрашыуында республикала алып барылған ауыл хужалығы малдарын идентификациялау һәм иҫәпкә алыу эшенең һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.
Әйтәйек, автоматлаштырылған берҙәм мәғлүмәт системаһында 100 процентҡа яҡын эре мал, сусҡа, 90 процент самаһы йылҡы, ваҡ мал теркәлгән дә инде.
«Беҙ һеҙҙе йыш ҡына өлгө итеп ҡуябыҙ. Республика – был йүнәлеш буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостан Башлығының ошо темаға иғтибар итеүе һәйбәт һөҙөмтә бирә, – тип билдәләне Максим Увайдов. – Ауыл хужалығы тармағындағы малдарҙы иҫәпкә алыуҙың федераль системаһын булдырыу өсөн һеҙҙең тәжрибәне Рәсәй кимәлендә файҙаланырбыҙ».
Башҡортостан малдарҙың хәүефле сирҙәренең үҙ биләмәһенә үтеп инеүенә юл ҡуймай, тип билдәләне Максим Увайдов.
«Ошондай баһа өсөн рәхмәт. Ысынлап та, беҙҙә ветеринария хеҙмәте көслө. Беҙ уға әүҙем ярҙам күрһәтәбеҙ – техника һатып алдыҡ, лабораторияны йыһазландырҙыҡ. Был эштең һөҙөмтәһе бар. Картаға күҙ һалһағыҙ, республикабыҙ тирәләй бөтә ерҙә – сусҡаларҙың Африка тағуны, башҡа хәүефле сирҙәр. Әлегә беҙ хәлде һаҡлап ҡалабыҙ. Ҡырағай хайуандарҙың ҡотороу менән ауырыу осраҡтары була, ләкин беҙ шунда уҡ карантин иғлан итәбеҙ, тейешле саралар күрәбеҙ. Быларҙың барыһы ла – беҙҙең ветеринария хеҙмәтенең яҡшы эшләүе һөҙөмтәһе», — тине Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
Максим Увайдов һүҙҙәренсә, республикала Башҡорт дәүләт аграр университеты уңышлы эшләй. Федераль министрлыҡ юғары уҡыу йортон өҫтәмә финансларға һәм абитуриенттар өсөн бюджет урындарын арттырырға йыйына.
Азат Ғиззәтуллин.
Читайте нас