Яңылыҡтар
26 Марта 2021, 11:54

Башҡорт телен һаҡлау һəм үҫтереү фондынан ашығыс хəбəр!

-

Башҡорт телен, мəҙəниəтен, башҡорт халҡының тарихын, замансалығын масс-медиа һəм социаль селтəрҙəрҙə популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһəтеү буйынса конкурсҡа эштəр ҡабул ителə.
Ғаризаларҙы бөгөндəн 15 апрелгə тиклем тапшырып өлгөрөргə була. Үткəн айҙарҙа ҡатнашыусыларҙың яңы проект менəн ҡатнашырға хоҡуҡтары бар. Конкурста 18 йəше тулған Рəсəй Федерацияһы гражданы булған киң мəғлүмəт саралары, онлайн-проекттар вəкилдəре һəм блогерҙар ҡатнаша ала. Талаптар менəн ентеклəберəк
конкурстың положениеһында танышырға мөмкин. Ентеклерәберәк ошонда: https://vk.com/bash_fond?w=wall-182678571_3717
Сығанаҡ: "Бәләбәй хәбәрҙәре" гәзите.
Читайте нас