Яңылыҡтар
26 Март 2021, 05:39

БАРЫҺЫ ЛА УРМАНДАН БАШЛАНА

.

Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылындағы 1-се мәктәбенең I "б" класы уҡыусыларына урманға һаҡсыл ҡарарға өйрәттеләр. “Урмансылыҡтарға идара итеү” дәүләт ҡаҙна идаралығының Балаҡатай районы буйынса бүлеге белгестәре “Урманға һаҡсыл ҡараш” тигән дәрес үткәрҙе. Был сара Халыҡ-ара урмандарҙы һаҡлау көнөнә арналды.
– Беҙ балаларға урмандың бәләкәй генә орлоҡтан ҙур ағасҡа тиклем нисек барлыҡҡа килеүе, урманда ут сыҡһа йәки урман янғынын күргән осраҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре хаҡында һөйләнек, – тип белдерҙе Балаҡатай урмансылығы бүлеге етәксеһе Алексей Крестовских. – Дәрестәрҙә балалар йомаҡ систе, викторина үткәрелде һәм улар ағасты “тергеҙҙе” – дәрестә проект эшләп өлгөрҙөләр.
Халыҡ-ара урмандар көнөнә ҡарата республикала урмансылар һәм урман инспекторҙары уҡыусыларға үҙҙәренең урман тураһындағы мәғлүмәттәре менән уртаҡлаша. Мәктәптәрҙә дәрестәр, түңәрәк өҫтәлдәр, һөйләшеүҙәр, балалар һүрәттәре күргәҙмәләре ойошторола. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: республиканың Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас