Яңылыҡтар
26 Март 2021, 11:21

Африка тағуны һәм ҡош киҙеүе хәүеф менән янай

-

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов менән осрашты. Көн ҡаҙағына ҡуйылған төп мәсьәлә – Волга буйы федераль округы, шул иҫәптән Башҡортостандағы эпизоотик хәл, йорт хайуандарын идентификациялау һәм иҫәпкә алыу, аҙыҡ-түлек продукцияһының сифатын күҙәтеү һәм электрон рәүештә сертификациялау мәсьәләләрен хәл итеү.
Максим Увайдов билдәләүенсә, әлегә Башҡортостан үҙ биләмәһенә ауырыуҙарға үтергә ирек бирмәй, оборонаны ныҡ тота.
  • - Республикала эпизоотик хәл тотороҡло. Әммә күрше төбәктәрҙә хәл киҫкенләшә. Сусҡаларҙа африка тағуны, ҡош киҙеүе, ҡотороу ауырыуҙары әленән әле теркәлеп тора. Ваҡытында сара күрмәгән осраҡта, ауырыуҙарҙы ауыҙлыҡлап алыуы ҡыйын буласаҡ. Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округының ветеринария хеҙмәте етәкселәрен киңәйтелгән кәңәшмәгә саҡырҙыҡ. Был сарала хәүефһеҙлек мәсьәләләрен ентекләп тикшерәсәкбеҙ. Кәңәшмәне үткәреү өсөн Башҡортостан юҡҡа һайланманы. Төбәктә өлгө алырлыҡ, башҡаларға күрһәтерлек ыңғай тәжрибә бар, - тип билдәләне Максим Увайдов.
  • - Бындай юғары баһа өсөн рәхмәт. Ысынлап та беҙҙең ветеринар хеҙмәт көслө. Ветеринарҙарға мөмкин тиклем ярҙам итәбеҙ. Техника һатып алынды, лаборатория йыһазландырылды. Картаға күҙ һалғанда, хәл ысынлап та хәүефләндерә. Республика тирәләй ауырыуҙар килеп сыға. Беҙ хәлде тотороҡло кимәлдә һаҡлап киләбеҙ. Хайуандарҙың ҡотороу осраҡтары теркәлде, әммә тиҙ арала карантин иғлан итеү, ауылдарҙы ябыу үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, - тине Радий Хәбиров.
  • Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары әңгәмә барышында йорт хайуандарын иҫәпкә алыу һәм идентификациялау буйынса эште лә юғары баһаланы. Уның һүҙҙәре буйынса, күпселек төбәктәрҙә был эш системаға һалынмаған. Башҡортостан тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратыу кәрәкләген билдәләне Максим Увайдов.
    Артабан Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫарының эш сәфәре “Торатау” конгресс-холында ойошторолған кәңәшмәлә дауам итте. Ауырыуҙар теркәлгән Һамар өлкәһе, Татарстан һәм Мари Иле республикаларын Максим Увайдов шелтәләне һәм тиҙ арала хәлде яҡшыртыу өсөн саралар күрергә кәрәклеген билдәләне.
    фото: БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
    Автор: Лилия Нуретдинова.
    Читайте нас