Яңылыҡтар
25 Март 2021, 04:10

Талпан ҡаҙалыуҙан страховка

..

Яҙ етеү менән Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә йәки уның аша талпан ҡаҙалыуҙан страховкалау барлыҡҡа килде.
"Антиклещ" тип аталған ирекле страховкалау программаһы талпан тешләгән осраҡта квалификациялы медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирә. Полистың хаҡы 390 һум тәшкил итә.
Программа үҙ эсенә амбулатор поликлиник ярҙам, талпан тешләгән осраҡта кисектергеһеҙ госпитализациялауҙы ала, уның эсенә 500 меңгә тиклем комплекслы реабилитацион-тергеҙеү дауаланыуы ла ингән. Шул уҡ ваҡытта страховка суммаһын тулыһынса ҡулланып бөткәнсе бер нисә тапҡыр медицина ярҙамы алырға мөмкин. Полистың ғәмәлдә булыу ваҡыты – 1 йыл. Уны почта бүлексәләрендә, шулай уҡ өйгә килгән почтальондар аша ентекле консультация алып, рәсмиләштерергә була.
Фото: nnews.nnov.ru
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас