Яңылыҡтар
25 Марта 2021, 04:07

Иң яҡшы эштәр бүләк һәм дипломдарға лайыҡ буласаҡ

..

Яҙғы каникул алдынан һәм мәлендә юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрөп, «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен барыһына ла "бишле"гә белергә» республика акцияһында ҡатнашырға саҡыралар.
Акцияла ҡатнашыу өсөн йәш пассажир йәки йәйәүленең хәтер дәфтәрен булдырырға, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәңә йәйәүлеләр һәм пассажирҙар өсөн кәңәштәр менән 1 минутлыҡ видеояҙма һалырға кәрәк. Уларға #пддвсемзнатьнапять, #yuidbashkortostan хэштектарын ҡуйырға ла онотмағыҙ. Акция һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы эштәр ойоштороусыларҙың бүләктәренә һәм дипломдарына лайыҡ буласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас