Яңылыҡтар
25 Март 2021, 18:16

Буласаҡ табиптар менән осрашыу

Медицина университетын тамамлаусы йәш белгестәрҙе районға йәлеп итеү, уларҙың Хәйбулла һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына эшкә ҡайтыуы өсөн барыһы ла эшләнә //

Муниципаль район хакимиәте етәкселеге, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
Конструктив диалог ваҡытында студенттар йәш белгестәргә социаль ярҙам саралары, район дауаханаһында эштең ойошторолоуы, әлеге ваҡытта айырым белгестәргә мохтажлыҡ кисереүе тураһында мәғлүмәт алды. Йәштәр эш хаҡы, торлаҡ һәм ярҙам саралары тураһында тулы яуап алды.
“Район медицина кадрҙарына ҡытлыҡ кисерә. Йәш белгестәрҙең диплом алып, тыуған районына ҡайтыуы мөһим. Уларҙың районға ҡайтып төпләнеүе, эшләүе, карьера төҙөүе өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Районда һуңғы ике йылда медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса ыңғай күренеш күҙәтелә. Бындай эштәр хәйбуллаларҙың сифатлы медицина ярҙамы ала алыуы өсөн артабан да дауам итәсәк”,--тип яҙа Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Читайте нас