Яңылыҡтар
25 Март 2021, 04:09

27 мартта республика театрҙарында бай программа көтөлә

..

Халыҡ-ара театр көнө 1961 йылдан алып билдәләнә. Был көндө бөтә донъя буйынса театр фестивалдәре, тематик күргәҙмәләр, байрам тамашалары үтәсәк. 27 мартта спектаклдәр күрһәтелә, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.
Беҙҙең республикала ла был көндө бай программа көтөлә. Әйҙәгеҙ, танышып китәйек әле.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры мәктәп уҡыусылары өсөн «Театр серҙәре» тигән экскурсия әҙерләгән. Улар үҙҙәренең YouTube-каналында «Свет погасшей звезды» балет яҙмаһын күрһәтәсәк.
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры «Йәш ғаилә фатир эҙләй» спектакленең премьераһын тәҡдим итәсәк.
Урыҫ дәүләт академия драма театры «Иванов» спектаклен әҙерләгән.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары байрам программаһын рәсми сайттарында видеоҡотлауҙан башлаясаҡ. Көн уртаһында кескәйҙәр өсөн «Айболит һәм Бармалей» спектакле ҡуйыласаҡ. Киске спектакль алдынан театр фойеһында артистар ҡатнашлығында интерактив сара көтөлә. Ә киске сәғәт 6-ла «Седина в бороду или невеста из Имеретии» музыкаль комедияһы сәхнәгә сығасаҡ.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Три поросёнка» премьера спектаклен күрһәтәсәк.
Өфө «Нур» татар дәүләт театры «Фатима» спектакле менән һөйөндөрәсәк.
Салауат башҡорт дәүләт драма театрында көндөҙ – әкиәт, кисен «Осторожно, Сваха» музыкаль комедияһы буласаҡ.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Халыҡ-ара театр көнөнә арналған тантаналы сара үткәрәсәк һәм «Әүлиә» спектаклен әҙерләгән.
Стәрлетамаҡтағы урыҫ дәүләт драма театры байрам итеүҙе алдан башлай. 26 мартта театр коллективы «Театр троллейбусы» һәм «Бөтә тормош – Театр» акцияларын уҙғарасаҡ. Артистар сығыш яһаясаҡ, театр логотибы менән бүләктәр уйнатыласаҡ. Ә 27 мартта театр алды майҙансығында театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Театр фойеһында һәр бер тамашасыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Байрамға арналған тематик фотозоналар ҙа ҡуйыу ҡаралған. Байрам аҙағында «Доходное место» спектакле күрһәтеләсәк.
Туймазы татар дәүләт драма театры «Семейный портрет с дензнаками» премьера спектаклен тәҡдим итә.
Сибай концерт-театр берекмәһе («Сулпан» балалар театры) «Тылсымлы ҡурай» спектаклен ҡуясаҡ.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе иртәнге сәғәт 9-ҙа "Бәйләнештә" селтәрендә рәсми төркөмдәрендә видеопопурри күрһәтәсәк, ә кисен «Әлепле артистары» спектаклен уйнаясаҡ.
Өфө йәш тамашасы театрының тамашасылары «Аленький цветочек» спектаклен ҡараясаҡ.
Фото: республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас