Яңылыҡтар
24 Март 2021, 10:55

Ҡиммәткә ҡыҙыҡмағыҙ

Ҡояштан һаҡлаусы күҙлек һайлағанда нимәгә иғтибар итергә?

Ҡиммәтле, тимәк, сифатлы тигән һүҙ бында бармай. Ҡояштан һаҡлаусы күҙлектең файҙаһы уның хаҡына түгел, ә ультрашәмәхә нурҙар тәьҫирен сикләүенә бәйле.
Күҙлектең быялаһы ҡалыныраҡ булһа, яҡшыраҡ. Шулай уҡ ниндәй төҫтә булыуы ла мөһим түгел. Улар күҙ күреүенә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай.
Ҡояш нурҙары аҡ ҡарҙан сағылдырғанда, күҙҙәргә көс килә. Шундай осраҡта күҙлек шәп һаҡлау сараһы. Тағы ла ул ваҡ йыйырсыҡтар пәйҙә булыуҙан да һаҡлай.
Чыганак: https://vatantat.ru
Читайте нас