Яңылыҡтар
24 Марта 2021, 07:12

ДОНЪЯ ӘКИӘТТӘРЕН БАШҠОРТСА ТЫҢЛАҒЫҘ

.

Проект республиканың Мәҙәниәт ми­нистрлығы тарафынан тормошҡа ашы­рылған, ә аудиояҙмаларҙы яҙҙырыу буйынса Илшат Фәхерт­динов етәкселегендәге ижади төркөм ең һыҙғанып эшләгән.

– Мин 11 йыл дауамында ба­лаларға Президент шыршыһы байрамын үткәреүҙе ойоштороу менән шөғөлләндем. Шул ваҡытта уҡ аудиоәкиәттәр яҙҙырыу тураһында хыялым бар ине. Мәҙәниәт ми­нистрлығы һайлап алыу өсөн бер нисә әкиәт тәҡдим итте, шулай итеп эш башланды. Әкиәттәрҙе Фирғәт Ғарипов, Фирҙәт Ғәлиев, Фәрхәт Ғәйнетдинов һәм Зилә Ситдиҡова уҡыны. Бөгөн Киплингтың “Маугли”­һы буйынса эшләйбеҙ. Март аҙа­ғына тиклем Роберт Стивенсондың “Хазиналар утрауы”н тамамларға уйлайбыҙ. Киләсәктә халыҡ әкиәт­тәренең дә аудиокитаптарын бул­дырыуға тотонорбоҙ, – тип эш барышы хаҡында һөйләне төркөм етәксеһе, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының баш режиссеры Илшат Фәхертдинов.

Уҡыусылар, әкиәт яратыусылар бөгөндән үк Милли китапхананың сайтына инеп, түбәндәге әкиәттәрҙе тыңлай ала: “Әлисәнең Сәйерстан­дағы мажаралары”, “Мең дә бер кисә” (ул Шәһризаданың һигеҙ әкиәтенән тора: “Әкиәт былай башлана”, “Үгеҙ менән ишәк тураһында хикәйәт”, “Аладдин менән тылсымлы шәм”, “Али Баба менән ҡырҡ юлбаҫар”, “Балыҡсы тураһында әкиәт”, “Тылсымлы ат тураһында әкиәт”, “Һыңар күҙле батша тура­һында әкиәт”, “Сәйәхәтсе Синбад”.
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Читайте нас