Килдебай Сөләймән улы 1943 йылдың 27 ғинуарында Хәйбулла районының Йомағужа ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын 1958 йылда урындағы Таналыҡ совхозында ябай эшсе булып башлай. 1959 йылда комсомол ойошмаһы йүнәлтмәһе буйынса Яңы Украина һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй башлай. 1966 йылда уны Таналыҡ комсомол комитеты секретары итеп һайлайҙар. Артабан яңынан фермаға әйләнеп ҡайта һәм малсы булып хеҙмәтен дауам итә.
1984 – 2003 йылдарҙа 6-сы һөт-тауар фермаһы һауынсылары бригадиры, идарасы, Яңы Украина бүлексәһендә бухгалтер була. 1966 йылда һауынсы булып эшләгән сағында үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 2600 килограмм һөт һауып ала, бының өсөн СССР Юғары Президиумы указына ярашлы Ленин ордены менән наградлана. 1973 йылда Бөтә Союз Социалистик ярышында өлгәшкән уңыштары һәм башҡа лайыҡлы сифаттары өсөн уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм “Ураҡ һәм сүкеш” алтын миҙалы тапшырыла. 1981 йылда Юғары Совет Президиумы указына ярашлы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә. Башҡа иҫтәлекле миҙалдары ла байтаҡ.
Килдебай Сөләймән улы совхоз, район, республика һәм ил тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө кимәл депутаты булып һайлана, мәртәбәле съездар делегаты була.
2003 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, әүҙем тормош рәүешен туҡтатмай, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡатнаша. 2018 йылда Хәйбулла районының Почетлы гражданы тигән исемгә лайыҡ була.
Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.