Яңылыҡтар
24 Март 2021, 08:02

Ғаилә менән ял итеүгә ни етә!

Аҡъяр ауылынан Рима һәм Руслан Абдюкаевтар ғаиләһе өйҙә бикләнеп ята торғандарҙан түгел, һә тигәнсе балалары менән күмәкләшеп машинаға ултырып, барып күрергә ниәтләгән ергә сығып та китәләр.“Башҡортостандың бихисап хозур ерҙәрен күрҙек”,--ти улар //

Аҡъяр ауылынан Рима һәм Руслан Абдюкаевтар ғаиләһе өйҙә бикләнеп ята торғандарҙан түгел, һә тигәнсе балалары менән күмәкләшеп машинаға ултырып, барып күрергә ниәтләгән ергә сығып та китәләр. Был өлкәлә бер ниндәй бәхәс юҡ, сөнки үҙҙәре лә, улы Данил һәм ҡыҙҙары Алина ла яңы хозур ерҙәр, Башҡортостан тәбиғәте менән танышырға әүәҫтәр. Ә сәйәхәттәренән иһә яҡшы хис-тойғоларға күмелеп, дәрт-дарман алып ҡайталар.
Йәш ғаилә ҡайҙарҙа ғына булмаған: Шүлгәнташта, Яҡтыкүлдә, Мораҙым тарлауығында, Нөгөш буйҙарында, Талҡаҫта, Ямантауҙа һәм башҡалар. Йыл да Соль-Илецк шифаханаһына баралар, былтыр йәй иһә Сочины барып күргәндәр. Быйыл иһә йәмле Инйәр йылғаһына барырға ниәтләйҙәр.
Рима менән Русландың танышыуы ла тәбиғәт ҡосағында, Талҡаҫ шифаханаһында була. “Мин ул саҡта Талҡаҫта эшләй, ә Руслан контракт буйынса Чечня Республикаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ине. Ул сығышы менән Ырымбур өлкәһенән, ә мин Әбүбәкер ауылында тыуып үҫтем. Осраштыҡ та, бер күреүҙән бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ”,--ти Рима Кинйәбай ҡыҙы.
Бөгөнгө көндә Абдюкаевтар Аҡъяр ауылында матур йорт төҙөп сығып, ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Данил 1-се Аҡъяр мәктәбендә 7-се, ә бәләкәй Алина 3-сө класта тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. Рима “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә Руслан “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләй.
--Үҙебеҙ бәләкәй саҡта сәйәхәткә йөрөү тигән нимә булманы. Шуға күрә, балаларыбыҙға Башҡортостаныбыҙҙың бөтә хозурлығы менән таныштырасаҡбыҙ, тигән ниәтебеҙ бар ине. Сәйәхәт–беҙҙең ғаиләнең яратҡан шөғөлө. Йәй етһә, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә берәй яҡҡа сығырға атлығып торабыҙ. Ҡыш көнө үк бараһы урындарҙы бергәләп планлаштырабыҙ, махсус аҡса йыябыҙ. Ғаилә байрамдарын, ялдарҙы туғандар менән бергәләп үткәрергә яратабыҙ. Ҡыш көндәре күмәкләп конькила, тюбингта шыуабыҙ, саңғыла йөрөйбөҙ, Орск ҡалаһына кинотеатрға ла барып киләбеҙ. Ирем балыҡ тоторға ярата, урманға еләккә, бәшмәккә лә йөрөйбөҙ,—ти Рима Абдюкаева.
Улай күп йөрөргә яратҡас, донъяны нисек көтәләр икән тип һорарһығыҙ? Гөрләтеп көтәләр. Рима менән Руслан бына тигән ҡарағай буралы өйҙәрен үҙ көстәре менән төҙөгән. Барлыҡ нимә уңған хужаның ҡулы менән башҡарылған. Үҙҙәре әйтеүенсә, улар экологик таҙалыҡҡа иғтибар бүләләр. Мода тип, тиҙ яныусан пластик материалдарға өҫтөнлөк бирмәйҙәр. Шуға күрәлер, стеналар һап-һары ҡарағайҙан һәм тәмле еҫтәр аңҡыта. Руслан ихатала беседка, бәүелсәк тә үҙ ҡулы менән эшләгән. “Атанан күргән уҡ юнған” тигәндәй, улдары ла оҫта булмаҡсы. Атаһы нимәләр эшләй, улы ла уға ярҙам итеп, өйрәнеп йөрөй. Шуға күрәлер, 10 йәшендә иретеп йәбештергес менән биҙәкләп сүп-сар һауыты эшләп ҡуя. Атаһы вахтала булғанда, бөтә ир-егеттәр эшен дә атҡарып ҡуя үҫмер. Рима үҙе аш-һыуға маһир. Ғаиләһен төрлө бәлештәр, торттар, чизкейктар менән һыйлап ҡыуандыра. Ә кескәй Алина бейергә ярата. Гел бишле билдәләренә уҡыған ҡыҙыҡай республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Әсәһенең уң ҡулы ул, өйҙө лә һә тигәнсе йыйыштырып ҡуя икән.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә бөтә ғаилә бергә йыйылып, төрлө өҫтәл уйындары уйнай. Шахмат, шашкаға әүәҫтәр. Уңған ғаиләнең баҡсалары ла шаҡтай, сейә, виноград, слива, ҡарағат һәм алмағастар гөрләп үҫә. Йыл да йәшелсә-емештән мул уңыш йыйып, 100 банкалап ҡайнатма-салаттарҙы баҙға төшөрәләр. Уның араһында ихата тултырып ҡош-ҡорт үҫтерәләр.
Бына шундай татыу ғаилә бар Аҡъяр ауылында. Өй һалғандар, балалар үҫтерәләр, ағас ултыртҡандар. Ә улы һәм ҡыҙына илһөйәрлек, тыуған тәбиғәт менән ғорурлыҡ тәрбиәләү—уларҙың ҡанына һалынған.
Читайте нас