Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 05:56
Владивостокта башҡорт милли ризыҡтары әҙерләргә өйрәнделәр
-
Владивосток ҡалаһының Башҡорт һәм татар мәҙәниәте этно-музейында -сираттағы экскурсия. Музейға килеүселәр башҡорт халҡы тарихы һәм мәҙәниәте буйынса ролик ҡараны, музыка уйын ҡоралдары менән яҡындан танышты, ҡумыҙ, ҡурай, гармун моңон тыңланы. Нәфисә Попова һәм Рауил Фәттәхов уйын ҡоралдарының тарихын һөйләне, уйнап та күрһәттеләр. Оҫталыҡ дәресендә ололар ҙа, балалар ҙа әүҙем ҡатнашты.
Этномузейҙағы экспонаттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтарға йәнә бер оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителде. Наталья Руденко һәм Рауия Сәғиҙуллина башҡорт милли ризыҡтары- ҡоймаҡ һәм өсбошмаҡтар әҙерләргә өйрәттеләр. Музейға килеүселәр оҫтабикәләрҙең рецепттары буйынса үҙҙәре лә бешереп ҡараны, ә һуңынан милли тәмлекәстәр менән бергәләп сәй эстеләр.
Был сара РФ Президенты грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте, тип билдәләй «Дуҫлыҡ» ойошмаһы рәйесе Таһир Ибашев.
#ҡоролтай
#курултай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#башкиры
#башҡорттар
#Владивосток
Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты (
www.kurultai.ru
)
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"