Яңылыҡтар
23 Март 2021, 05:43

Төркиәлә яҡташыбыҙҙы ике көн буйына отелдә туҡмағандар

-

47 йәшлек Эльвира социаль селтәрҙә Истанбулда йәшәгән 40 йәшлек ир менән танышҡан һәм тиҙҙән уның янына килгән. Улар отелгә урынлашҡан, ләкин араларында низағ сыҡҡан.

Кис көнө ир эскән, шунан ҡатынды туҡмай башлаған, үлтерәм һәм йөҙөңдө йәмһеҙләйем тип янаған. Туҡмау икенсе көндө лә дауам иткән.

Ир аҙыҡ-түлек алырға киткәс, ҡатын ҡасып сыҡҡан һәм администраторға әлеге хәл тураһында һөйләгән. Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре полицейскийҙарҙы саҡыртҡан. Яҡташыбыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар.

Ирҙе тотҡандар, ә Эльвира имен-һау тыуған Өфөһөнә ҡайтҡан.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас