Яңылыҡтар
23 Март 2021, 04:23

Электрон паспорт ғәмәлгә инә

-

2021 йылдың 1 декабренән Рәсәйҙә электрон паспорт бирә башлаясаҡтар. Иң беренсе булып уны мәскәүлеләр ҡулына алһа, ҡалған төбәктәр халҡы техник мөмкинлеккә ҡарап юллай аласаҡ. «Цифрлы иҡтисад» милли проектына ярашлы 2023 йылдың 1 июленә ҡәҙәр һәр кешенең шәхесен раҫлаған документы электрон форматта булырға тейеш.
Яңы паспорт чиплы карточка рәүешендә. Унда хужаның шәхси һәм биометрик белешмәләре: исем-шәрифе, фотографияһы, бармаҡтарының папилляр биҙәге, электрон имзаһы, тыуған йылы, йәшәү урыны буйынса теркәлеүе, ғаилә хәле яҙыла.
#Нацпроекты#миллипроекттар
#цифроваяэконимика
Автор: Гөлдәр Кадаева.
Читайте нас