Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип йөрөткәндәр. Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе. Ул – яҙғыһын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә.
Наурыз һүҙе яңы йыл тигәнде аңлата. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, байрам үткәрә. Был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыулыҡта ҡаршылау зарур. Әбеш ауылында ла һәр йыл һайын Наурыз байрамы бик матур үтә .
Быйыл да ауылыбыҙҙың олоһо ла, кесеһе лә байрамда бик әүҙем ҡатнаштылар. Байрам алып барыусының Науруз байрамына арналған шиғыр юлдары менән башланып китте.
Илгә именлек, хәйерле уңышлы йылдар, мал-тыуарға үрсем теләп теләктәр әйтелде. Яҙ тураһында һынамыштар әйттеләр ,йомаҡтар ҡойҙолар. Артабан төрлө уйын- ярыштар ойошторолдо.
Наурыз байрамына арналған сара ҡатын ҡыҙҙар ойошмаһы әҙерләгән сәй табыны менән тамамланды.