Яңылыҡтар
23 Март 2021, 06:43

Балалар китабы аҙналығы

2-се Аҡъяр мәктәбендә Аҡъяр ауылының балалар китапханаһы һәм мәктәп китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә матур байрам ойошторолдо //

2-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары байрамға саҡырылды. Балалар документаль фильм ҡараны.
Розалина Солтанова, Нурзилә Аптикова, Алмаз Әҙелғужин, Искәндәр Фәйзуллин, Алһыу Рәхмәтуллина, Арыһлан Ишназаров, Йософ Рәхмәтов, Диана Тулыбаева, Рәлиә Күскилдина, Рәлиә Ғөбәйҙуллиналар “Электрон уҡыу йәки китап биттәре ҡыштырлауы” темаһына сценарий күрһәтте. Ҡағыҙ һәм электрон китаптарҙың етешһеҙлеге һәм өҫтөнлөгө ҡаралды.
Шулай уҡ балалар әкиәт героәҙары тураһындағы ҡыҙыҡлы викторинала әүҙем ҡатнашты. Дөрөҫ яуап биргәндәр приздар алды.
Читайте нас