ҠУҘЫ
Был аҙнала хеҙмәттәштәр, етәкселек менән мөнәсәбәттәр иғтибар үҙәгендә булыр. Белмәгән өлкәләрҙәге мәсьәләләр менән шөғөлләнеүҙән баш тартыу хәйерле. Аҙнаның һуңғы көнө сабырлыҡҡа һынау үтерһегеҙ, моғайын.
БУҒА
Осор башы бер аҙ мәшәҡәтлерәк килер. Яңы танышлыҡтар, юл йөрөүҙәр артыр. Шәхси тормошта уңырһығыҙ. Яңғыҙҙарҙы яҙмышты хәл иткес осрашыу көтә.
ИГЕҘӘКТӘР
Бөтә йыуанысты өйҙә, яҡындарығыҙ янында табырһығыҙ. Күптән теләгән әйберҙе һатып алыу мөмкинлеге тыуыр, тик затлы биҙәүестәр алмай тороу хәйерле. Дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда итәғәтле булығыҙ.
ҠЫҪАЛА
Һәр йәһәттән алдынғылыҡҡа ынтылырһығыҙ, йондоҙҙар һеҙгә ярҙам итер. Аҙна сағыу һәм уңышлы булмаҡсы. Шаршамбыла һөнәри өлкәлә яңылыҡ көтөгөҙ, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар.
АРЫҪЛАН
Эштә лә, аҡса йәһәтенән дә, мөхәббәттә лә, өйҙә лә барыһы ла яҡшы булыр. Шул уҡ ваҡытта кемдер ярҙам тәҡдим итһә, баш тартмағыҙ. Күптән башлаған мөһим эште тамамлап ҡуйырһығыҙ.
ҠЫҘ
Аҙна файҙалы осрашыуҙарға, танышыуҙарға бай булыр. Эске донъяғыҙҙы яңынан асырһығыҙ, һәләттәрегеҙҙе ҡайтанан барларһығыҙ. Яңы кәсепкә тотоноуығыҙ ихтимал. Туҡланыуға иғтибар бирергә кәңәш ителә.
ҮЛСӘҮ
Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер. Мөһим эшкә тотонорһоғоҙ. Борсолмағыҙ, уның һөҙөмтәһен бик тиҙ күрерһегеҙ. Килешеүҙәр отошло булыр, мул ғына табыш алырһығыҙ.
САЯН
Ныҡышмалы хеҙмәтегеҙҙең емешен йыйырға ваҡыт. Нимәгә генә тотонһағыҙ ҙа, уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тик ниәтегеҙҙе берәү менән дә уртаҡлашмағыҙ, көнсөлдәр аяҡ салып ҡуймаһын.
УҠСЫ
Был аҙнала мөһим эштәрҙе кисектереп торорға кәңәш ителә. Пландарығыҙҙы әленән-әле үҙгәртергә тура килер. Хәүефләнергә урын юҡ, осор аҙағына барыһы ла яйланыр, бөтә проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер.
ЫЛАҠ
Эш планын алдан төҙөп, уны аныҡ үтәһәгеҙ, был аҙнала һеҙҙе мотлаҡ уңыш көтә. Матди хәлегеҙ яҡшырыр, уйламаған сығанаҡтан аҡса килер. Был арала күргән төштәргә иғтибар итегеҙ, улар нимәлер хаҡында иҫкәрткән кеүек.
ҺЫУҒОЯР
Ижади ҡеүәтегеҙ артып китер. Башҡаларға ярҙам итеү теләге тыуыр, үҙегеҙгә лә булышлыҡ итергә теләүселәр күбәйер. Ҡыйынлыҡтар артта ҡалыр. Был аҙнала төп урынды шәхси мөнәсәбәттәр биләр.
БАЛЫҠ
Тормошоғоҙҙа яңы осор башлана. Бөтә көс-ҡеүәтегеҙҙе туплап, әүҙем эшкә тотонорһоғоҙ. Һеҙгә бер генә кәңәш – эргәгеҙҙәге кешеләргә объектив баһа бирергә тырышығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр менән араларҙы өҙөргә кәрәктер, бәлки.