Ошо йырғанаҡтар аҡҡанда, ҡоштар йылы яҡтан ҡайтҡанда бигерәк күңелле була бит ул! Ана, ҡауырһындарын ялтыратып урамға бер һайыҫҡан килеп төштө. Эт уға һау-һау тип өрөп ебәрҙе. Һайыҫҡан да уға һаулыҡ һорашҡан шикелле "Шөкөр-шөкөр" тигән булып, тауыҡ ояһы яғына һикерәнләне. Йомортҡа урларға ниәтләнгәндер моғайын. Ата ҡаҙ уға секерәйеп ҡарап: "Как-как, как это так!" - тигән һымағыраҡ тауыш сығарҙы. Әтәстең "Кикирикүүүк!" - тип ҡысҡырғаны, "Беҙҙә йомортҡа күүүп!" тигән һымағыраҡ ишетелде. Тауыҡтар ғына "Ҡыт-ҡыдыҡ! - тип. - Бына ҡыҙыҡ!" - тигән төҫлө ризаһыҙлыҡтарын белдерҙеләр. Ул арала һайыҫҡан бер ялтыр нәмәне суҡышына ҡыҫтырып осоп та китте.
Байрас уларҙы күҙәтеүҙән туҡтап өс литырлыҡ банкыға ебәргән балығы эргәһенә килде. Балыҡ малайға ташбайған күҙҙәре менән ҡарап, ауыҙын бер асты бер япты. Балыҡтың ҡарашы бик асыулы ине. "Әһә, йылғаға ҡайтҡыһы килә", - тип уйланы Байрас. Әйҙә, ул да яҙғы ташҡын һыуҙа рәхәтләнеп йөҙөп ҡалһын, тип балыҡлы банкыһын тотоп Һаҡмар буйына төшөп китте.
Бына Байрас та йән эйәләренең ни әйтергә теләгәнен аңлай башланы. Йән эйәләренә иғтибарлы булайыҡ, уларҙың ни әйтергә теләгәндәрен аңларға тырышайыҡ.