Яңылыҡтар
22 Март 2021, 06:47

ӨЙ ЙЫЛЫҺЫ

.

ӘМИНӘ ЯХИНА

Ниңəлер ошо арала төшө боларҙы Мəликəнең. Төшөндə əсəһе ҡып-ҡыҙыл күлдəктə үҙҙəренең йорто янында ултыра икəн. “Бəй, əсəйемдең бер ваҡытта ла ҡыҙыл күлдəк кейгəне булманы бит, ул асылда аллы-гөллө төҫтəге кейем ярата ине”, – тигəн уй үтте Мəликəнең башынан. Əсəһе ғүмеренең һуңғы көндəренə хəтлем, бер кемгə лə ыҙаһын һалмайынса, үҙ көнөн үҙе хəстəрлəп, ошо йортта яңғыҙы ғына йəшəне. Олатаһының оҫта ҡулдары менəн шығырлап торған ҡарағайҙан утыҙынсы йылдарҙа һалынған алты мөйөшлө өйҙөң, тау башында урынлашҡанғамы, ауылға килеп инеү менəн, ҡыҙыл ҡалайҙан ябылған ҡыйығы əллə ҡайҙан күренер ине. Йорттоң эсе лə, ихата алды ла иркен. Ə өй эсендə иң күркəм урын торлаҡтың ҡап уртаһында урынлашҡан “урыҫ” мейесе булғандыр. Мейес өй йылытыусы, икмəк, аш бешереү урыны ғына түгел, бала-сағаның йоҡо урыны ла булды. Хатта ошо мейес башында йоҡлар өсөн ағалары менəн ыҙғышып та киткелəнелəр, бигерəк тə ҡышҡы һалҡын көндəрҙə. Йəйге ялдарын бергəлəшеп тыуған йортта үткəрергə күнеккəнгəме, əсəлəре үлеп киткəс, өйҙө һатмаҫҡа кəңəш ҡорғайнылар. Тик ваҡыт юҡлығына һылтаныпмы, əллə буш өйҙə толҡа тапманылармы, һуңғы йылдарҙа ҡышын ғына түгел, йəмле йəй айҙарында ла йортҡа юл һирəгəйҙе. Ҡараусы, тəрбиəлəүсе булмағас, ауыл күрке булған өйҙөң буяуы уңып, ҡоймаһы ҡыйшая башланы, ишек алдын сүп-сар баҫты. Ауылда яҡын туғандары ла ҡалманы, барыһы ла ҡалала төплəнде. Кəңəшлəштелəр ҙə йортто һатырға ҡарар иттелəр. Өйҙө беренсе һорап килгəн кешегə, һатыулашып та тормай, һатып ебəрҙелəр. “Эй, əсəкəйем, йортоң нигеҙен ҡоротҡанға үпкəлəйһеңдер инде беҙгə. Үҙемдең дə эсем бик боша ла бит, ни эшлəйһең”, – тип, үҙ-үҙен аҡлағандай, һөйлəнə-һөйлəнə Мəликə, əсəһенең рухы риза булһын өсөн, хəйер биреп, доға уҡытыу ниəте менəн, күршеһендə йəшəгəн Сəмиғə əбейгə йыйына башлағайны, телефон шылтыраны. Һаулыҡ та һорашмайынса, кемдер телефондың икенсе осонан: – Ишеттегеҙме, өйөгөҙ янды бит, – тип хəбəр һалды. Көтмəгəндə ишеткəн был хəбəр Мəликəнең зиһенен юйҙы, ҡулынан телефон трубкаһы төшөп китə яҙҙы, башы əйлəнеп, саҡ йығылмай ҡалды. Ярай əле ултырғысҡа тотоноп өлгөрҙө. Ə теге остағы кеше үҙ хəбəрен теҙҙе: – Кемгə-кемгə, шул эскеселəргə һатып ҡына өйөгөҙҙө əрəм иттегеҙ. Теге Фəүҡинур үҙе төрткəн, ти, утты. Ире менəн ыҙғышҡан да, өй уртаһына əйберҙəрен өйөп, көпə-көндөҙ ут төрткəн. Йүнһеҙ бисə, йəнəһе, беткə үсегеп, тунын яндырған. Биш балаһын да уйламаған, ҡороп ҡалғыры. Уйлар ине лə, башын араҡы томалаған. Үҙен милиция алып китте. Ире ҡалды биш балаһы менəн. Гелəн ҡыҙ балалар бит əле, өлкəненə – ун ике, кинйəһенə ике генə йəш. Хəҙер мунсаларында көн итəлəр. Атай тигəндəрен дə əйтер инем, башы эскенəн сыҡмай. Балалары йəл… Эй, Фəйрүзə инəй иҫəн булһа… Телефондағы кеше һөйлəне лə һөйлəне, ə Мəликə иҫəңгерəп, аңы томаланып, ауыҙ асып һүҙ əйтергə лə көсө етмəне. Нисек инде əсə кеше үҙ ҡулы менəн үҙ йортон яндыра алған?! Ниңə ул береһенəн-береһе бəлəкəй ғəзиз балаларын уйламаған, уларҙың яҙмышына битараф ҡалған? Ниндəй əсə ул? Хайуандың хайуаны үҙ балаһы өсөн йəнен фиҙа ҡыла. Йə, хоҙай! Бер яҡтан, өйһөҙ ҡалған сабыйҙарҙы, икенсе яҡтан, үҙенең бала сағы, үҫмер сағы, йəшлеге үткəн йортон йəллəп, Мəликəнең күҙҙəренə йəш төйөлдө. Ҡулына эш барманы, мамыҡ шəленə төрөнөп диванға ултырҙы ла, ойоп киткəндəй, тыуған йорто, əсəһе менəн бəйле хəтирəлəргə сумды. … Мəликə атаһын бөтөнлəй хəтерлəмəй тиерлек. Ауыл муллаһы булғас, Ибраһимды, “халыҡ дошманы” тигəн исем тағып, ҡулға алған ваҡытта, əсəһе ҡулында береһенəнбереһе бəлəкəй дүрт бала тороп ҡала. Мəликəгə ни бары дүрт йəш тирəһе, ə кесе ҡустыһы Мораҙымға ике йəш кенə булған. Йорттарын, барлыҡ мөлкəтен тартып алғас, уларҙың ғаилəһе күрше ауылда урынлашҡан олаталарына барып һыйына. Был йортта əсəһенең ҡустылары Əхмəтйəн менəн Фəтхулла йəшəй ине. Йорттоң бер бүлмəһендə – егет ҡорона инеп килгəн ағайҙары, ə икенсеһендə Мəликəлəр урынлашты. Ишек алды ла иркен ине ул йорттоң, һарай-ҡуралары ла төплө уйланып, ныҡлы итеп төҙөлгəйне. Ə инде картуф баҡсаһы ауылда иң ҙуры булғандыр. Хəҙер иҫенə төшһə, Мəликə əсəһенең уңғанлығына хайран ҡала. Ҡайһы арала ул барыһына ла өлгөргəн! Иртəн тороуҙарына ҡаҙанда картуф боҫрай, һəр саҡ өҫтəлдə йылы һөт, ул арала мейестə күпереп икмəге лə бешеп сыға. Ағаларын да, балаларын да ҡаты тотто əсəһе, йорт эсендəге эштəр һəр береһенə беркетелгəйне. Ағалары Ғиниəт менəн Хəкимдең икенсе əсəнəн булыуын Мəликə үҫеп еткəс кенə белде. Уларҙың үҙ əсəлəре йəшлəй генə ауырып үлеп киткəс, Ибраһим мулла күрше ауыл ҡыҙы – уңған, сая Фəйрүзəгə өйлəнə. Бəхетле йəшəй улар, тик яҙмыш тигəнең һинеңсə генə булһа икəн. Киткəн еренəн кире əйлəнеп ҡайтырға насип булмай аталарына, “халыҡ дошманы” тип, атып үлтерəлəр. Əсəлəре башҡаса кейəүгə сыҡмай, Ғиниəт менəн Хəкимде үҙ балаларындай күреп үҫтерə, ситлəтмəй, ҡырын һүҙ əйтеп, күңелдəрен ҡыймай. Колхозда ал бирмəй əсəһе, ниндəй генə эш ҡушһалар ҙа, һүҙ көрəштереп тормай, ул бесəн сабыумы, кəбəн ҡойоумы, ураҡ урыумы, ботлап-ботлап иген ташыумы – барыһын да башҡарҙы. Өйөндə ҡот, эшендə ут уйнатты. Бəлки, шуғалыр ҙа балалар атайһыҙлыҡты тойманы, əсəй ҡанаты аҫтында етемлекте һиҙмəне, өҫ-баштары бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Дан ҡатын ине шул əсəлəре! Буйға тəбəнəк булһа ла, тығыҙ тəнле, ап-асыҡ зəңгəр күҙле, ғəҙел, тура һүҙе менəн, кешене айырмайынса, үҙ фекерен бəреп əйтə белде. Тик əҙ генə ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ине, шуғалырмы уға ауылда “һаңғырау Фəйрүзə” ҡушаматы тағылды. Бəлə көтмəгəндə килде. Ул көндө Мəликə тиҫтерҙəре менəн урамда сынаяҡ ярсыҡтары менəн “өй ҡороп” уйнай ине. Өҫкө урамдан саң борҡотоп килгəн өс һыбайлы уларҙың ҡапҡа төбөндə туҡтаны ла, ҡыҙыу-ҡыҙыу ниҙер һөйлəшеп, Мəликəлəрҙең ишек алдына йүнəлде. Күп тə үтмəне, ишек алдында тауыш ҡупты. Əсəһенең йəн өҙгөс: “Ебəрегеҙ мине!” – тигəн тауышын ишетеп, Мəликə ҡойма ярығына ҡапланды һəм ошо күренешкə тарыны: форма кейгəн ике ир өҫтөнə йыртылып бөткəн бишмəт, аяғына туҙып бөткəн сабата кейгəн ирҙең ҡулдарын артҡа бəйлəп, ишек алдында тора, ə өсөнсөһө киң яурынлы, ялпаҡ битле ир əсəһенең ҡулдарын матҡып тотоп, уны тупһанан һөйрəклəй. Əсəһенең сəсе туҙған, күлдəгенең бер яҡ еңе умырылған, үҙе ике ҡулы менəн тупһа бағанаһын ҡосаҡлаған. Табаҡ битле ир уҫал тауыш менəн: – Ни өсөн ҡасҡалаҡты йəшерҙең? – тип екерҙе. – Бəй, мин уны ни эшлəп йəшерəйем, күргəн-белгəн кешем түгел, – тип Фəйрүзə аҡланырға телəһə лə, табаҡ битле ир һүҙҙе ҡырҡа тотто: – Тегендə барғас, аңлатырһың! Əсəһен ошо хəлдə күреп, ҡурҡыуҙанмы, əллə уны йəллəүҙəнме, Мəликəнең таш булып быуындары ҡатты, ə күҙҙəренəн йəштəре урғылды. Ул арала ҡасҡын ирҙе елтерəтеп урамға алып сыҡтылар, бына əсəһе лə күренде, Мəликə, үкһеп илауынан тыйыла алмайынса, əсəһенə ыңғайланы. – Балаҡайым, илама, – тип əйтеүе булды əсəһенең, Мəликə йəшен тиҙлеге менəн əсəһенең муйынына һырылды, кескəй ҡулдары менəн һағыҙаҡтай уға йəбеште. Ялпаҡ битле ир уны тартҡылай башлағайны, оҙон буйлы, ҡыҙыл йондоҙло фуражка кейгəн ир: – Хушлашһындар, – тип уны тыйҙы. – Көйəлəнмə, балам, минең ғəйебем юҡ, ағайҙарыңа əйт, донъяны яҡшы ҡараһындар, күп булһа, кискə əйлəнермен, – тине лə маңлайынан үпте. Əйтерһең, маңлайына əсəһенең ирендəре түгел, ҡыҙыу тимер баҫтылармы ни, бөтə тəне буйлап ут йүгерҙе, аңы томаланды. Иҫенə килгəндə, күрше Сəхибə апай, уның маңлайына һалҡын таҫтамал ҡуйып, карауаты янында ултыра ине. Беренсе һүҙе: “Əсəйем ҡайҙа?” – тигəн һорау булды, Сəхибə апай башын түбəн эйҙе. Шул китеүҙəн əсəһе ҡайтманы. Уны ат ҡарағы булған ҡасҡалаҡты йəшереүҙə ғəйеплəп, ун йылға х ө к ө м и т т елə р. И р е н е ң “ х алы ҡ до ш м а н ы ” и к ə н е н дə и ҫ е н ə т ө ш ө р ҙ өлə р. Ə б и т ə с ə һ е н е ң т а м с ы ла ғ ə й е б е б улм а ғ а н. Й о р т м ə ш ə ҡ ə т е м е н ə н б улы ш ҡ а н ə с ə һ е, а н а ш ул ҡ а т ы ҡ ола ҡлы б улы у ы с ə б ə пле, и ш е к т ə н ш ы м ғ ы н а и н е п, м е й е с а р т ы н а б о ҫ ҡ а н и р ҙ е а ң ғ а р м а ғ а н. Ул и р, к олх о з а т ы н у рла п ҡ а ҙ а ҡ т а р ғ а һ а т ы у ҙ а ғ ə й е плə н е п, к ү п т ə н эҙ ə рле клə н г ə н. Ул к ө ндө у р м а нда ҡ а с ы п й ө р ө г ə н и р, т а м а ҡ т а п м а м м ы т и п, а у ыл я ғ ы н а ю л т о т ҡ а нда, у н ы ң а р т ы н а н м или ц и я т ө ш ə. Ү ҙ е н е ң а р т ы н а н к ү ҙ ə т е ү ҙ ə р е н һ и ҙ е п, к а р т уф б а ҡ с а һ ы а ш а т ə ү г е к ү р е н г ə н й о р т ҡ а юлла н а. Б ə х е т һ е ҙле к к ə ҡ а р ш ы, ул М əли к əлə р ҙ е ң й о р т о б улы п с ы ғ а. Əсəһе үҙе менəн б е р г ə ө й ҙ ө ң ҡ о т о н да алы п к и т т е. Т а ң һ а й ы н у н ы ң: “ Й ə, б ала ҡ а й ҙ а р, й о ҡ о ғ о ҙ ҙ о б ө т ө р ө г ө ҙ, һ е ҙ ҙ е я ң ы к ө н к ө т ə, у ң ғ а нда р ы м!” – т и г ə н к ө р т а у ы ш ы я ң ғ ы р а м а н ы, тупылдатып арҡаларынан һөйөүсе табылманы. Малайҙар ҡулы менəн арлы-бирле əҙерлəнгəн аштың тəме булманы. Əле быуындары ла ҡатып өлгөрмəгəн Ғиниəт менəн Хəким ағалары, тамаҡ ялғар өсөн, колхоз эшенə ялланды. Ҡоралайҙай сабып, иркəлəнеп кенə йөрөгəн Мəликəгə лə тормош мəшəҡəттəре ябырылды. Һыуға барыу, өй йыйыштырыу, картуф əрсеү, һауыт-һабаны таҙа тотоу уның бурысына əүерелде. Ярай əле, ул арала Əхмəтйəн ағалары өйлəнеп, Заһира еңгəлəре һыйыр һауыу, кер йыуыу, тамаҡ əҙерлəү кеүек эштəрҙе үҙ өҫтөнə алды. Тормош үҙ яйы менəн да у а м и т т е. Мəликə мə к т ə п т ə т ы р ы ш ы п у ҡ ы н ы, һ и р ə клə п б улһ а ла ə с ə һ е н ə н к илг ə н й ылы х а т т а р у н ы ң к ү ң ел т ү р е ндə г е о с р а ш ы у ө м ө т ө н һ ү нде р м ə н е. Х ə ҙ е р и нде ул ү ҙ е ə с ə һ е н ə я у а п х а т ы я ҙ ы р ғ а ө й р ə нде. Ə и нде ҡ у с т ы һ ы Ф и р ғ ə т т е ң т ы у ы у ы ө й г ə й ə м ө ҫ т ə н е. О ш о б əлə к ə й г е н ə й ə н эй ə һ е М əли к ə н е ң б а рлы ҡ ҡ а й ғ ы һ ы н б а ҫ т ы һ ы м а ҡ. Ул көндө Фирғəт тəүге а ҙ ы мда р ы н я һ а н ы. Ө й ҙ ə г елə р й ə ш б ала м е н ə н б улы ш ы п, и ш е к т ə н и н г ə н Ə х м ə т й ə н а ғ ала р ы н а ə һ ə м и ə т б и р м ə н е. Т и к ул, к ө ндə г е с ə й ылм а й ы п: – Ҡайҙа минең алтыным, – тип өндəшмəне, ая ҡ к е й е м е н дə һ алм а й, т ү р г ə ү т е п, һ и к е г ə улт ы р ҙ ы ла, б а ш ы н т ү б ə н эй ҙ е. Ҙур кəүҙəһе бəлəкəсəйеп, зəңгəр күҙҙəре тоноҡланып, аҡ йөҙө ҡарайып киткəндəй тойолдо. Күңелдəре менəн барыһы ла ауыр ҡайғы килгəнен һиҙемлəне, барыһының күҙҙəре ағаларына төбəлде. Өй эсендə урынлашҡан тынлыҡты еңгəһе боҙҙо: – Ни булды? – Һуғыш башланған, – тине ағаһы. Йорт эсен ауыр тынлыҡ баҫты. Һуғыштың һəр кешегə, һəр йортҡа ғына түгел, бөтə илгə тик ҡайғы, хəсрəт, юғалтыуҙар алып килеүен барыһы ла аңлай ине, был афəттəн ҡотолоу юлы юҡ икəнен дə тойомланылар. Нимə көтə уларҙы? Бары бəлəкəй Фирғəт кенə, тынлыҡты боҙоп, əллə үҙенə иғтибар бирмəгəн ата-əсəһенə үпкəлəпме, əллə асығыпмы, иң тəүҙə шыңшып, ə аҙаҡтан ҡысҡырып иларға тотондо. Уға Мəликə ҡушылды. Ағалары, иңдəрен һалындырып, баштарын баҫып, тышҡа йүнəлде. Ауылдағы ирҙəр, егеттəр менəн бергə ағалары Əхмəтйəн, Фəтхулла ла илде һаҡларға фронтҡа китте. Ир-ат етешмəгəнлектəн, ҡарт-ҡоро, йəш-елкенсəк колхоз эшенə егелде. Ағалары Ғиниəт менəн Хəким күрше ауылдағы алтын приискыһына юлланды. Ир-ат булмағанлыҡтан, өйҙəге мал-т ы у а р к ө ндə н - к ө н к ə м е н е. Т е х н и к а е т е ш м ə г ə нле к т ə н, с ə с к ə н и г е нде лə б ө т к ə н с е й ы й ы п ала алм а н ыла р, б а ш а ҡ т а р ҡ а р а ҫ т ы нда ҡ алды. Ҡ ы ш а у ы р к илде. А слы ҡ ү ҙ ə к к ə ү т т е. а ш т ы ң ҡ ы ҫ ы р б улы у ы н а н б и г е р ə к т ə ү ҫ м е р ҡ о р о н а и н е п к илг ə н ҡ у с т ы һ ы М о р а ҙ ы м и н т е к т е. Я ҙ к ө н ө и н е. А слы ҡ т а н и н т е к к ə н м ала й ҙ а р б а ш а ҡ т а б ы п а ш а ғ а н. Ула р а р а һ ы нда ҡ у с т ы һ ы ла б улғ а н. Ту ғ а н ы н ы ң үле м е н а у ы р к и с е р ҙ е М əли к ə, ила й - ила й к ү ҙ ҙ ə р е ш е ш е нде, т а м а ғ ы н а а ш б а р м а н ы, й ө ҙ ө һ у р ылды, ҡустыһының үлемендə үҙен ғəйеплəү тойғоһо уйынан сыҡманы. Хатта кескəй Фирғəт тə, уның ҡайғыһын аңлағандай, шым ғына йөрөр булды. Һу ғ ы ш т ы ң и к е н с е ҡ ы ш ы. У т ы н б улм а ғ а нлы ҡ т а н, ө й һ алҡ ы н, кейемдəрен сисмəйенсə, барлыҡ иҫке-моҫҡо түшəктəргə, фуфайкаларға бөркəнеп йоҡларға яталар. Көҙ эш хаҡына алған иген дə бөтөп бара. Еңгəһе, астан үлмəҫ өсөн, əҙлəп кенə өйрə бешерə. Етмəһə, əсəһенəн дə, фронттан да хат юҡ. Улар иҫəнме, юҡмы – билдəһеҙ… Ошондай шыҡһыҙ ҡышҡы төндəрҙең береһендə кемдер ишек шаҡыны. Еңгəһе лə, Мəликə лə тауыш бирергə ашыҡманы. Кем йөрөр ете төн уртаһында? – Асығыҙ, был мин, – тигəн хəлһеҙ генə тауыш ишетелде. Асырғамы-юҡмы тигəндəй, Мəликə менəн еңгəһе бер- береһенə ҡараны. – Мəликə, балам, был бит мин – əсəйең, – тигəн тауышты ишеткəс, Мəликə ҡойолдо ла төштө, ултырған урынынан ҡуҙғала алмайынса, ишеккə төбəлде, күҙҙəренə эркелеп йəштəре тығылды. Эй, бəхетле минуттар! Əйтерһең, əсəһенең ҡайтыуы уларҙы оло бəлəнəн ҡотҡара, үлемдəн йола. Ə бит ысынында шулай булды. Əсəһе үҙе менəн бергə өйҙөң ҡотон алып килде. Һүнеп барған тормош йəнлəнеп китте, өй йылыһы һəр ҡайһыныһының күңелен үҫтерҙе, килəсəккə өмөттəр уятты. Көткəн Еңеү яҙы ла етте. Тик ағалары ғына əйлəнеп ҡайтманы, яу яланында ятып ҡалды. Иренең һуғыштан əйлəнеп ҡайтмауын ауыр кисерҙе еңгəһе, уға һуғыш йылдарындағы ауыр эштəрҙə йөрөп, һалҡын алдырыуҙары ла өҫтəлеп, көндəн-көн шиңде. Ə бер көн мəңгелеккə күҙҙəрен йомдо. Бəлəкəй Фирғəтте ситкə типмəнелəр, уны киң күңелле Фəйрүзə үҙ ҡосағына алды. Йылдар үтте. Мəликə – уҡытыусы, Ғиниəт менəн Хəким – шахтер, Фирғəт табип һөнəрен һайланы. Һəр ҡайһыһы үҙ яртыһын табып, матур оя ҡорҙо. Ниңə улай килеп сыҡты һуң? Шундай ауыр ваҡыттарҙа нисəмə етемде үҙ ҡосағына алып һыйындырған, үҙ йылыһында йылытҡан йорттоң тыныс донъя шарттарында кеше, юҡ, əсə ҡулдары менəн юҡҡа сығарылыуын нисек аңларға? Аңлай ҙа, башына ла һеңдерə алманы Мəликə был ғибрəтле хəлде. Бəлки, шуғалыр, туғандары саҡырһа ла, ауылы яғына барып əйлəнмəне. Көл-күмергə əйлəнгəн өй урынын күреп, күңелен ярһытҡыһы килмəне. Был юлы Еңеү көнөнə арнап ауылда уҙғарыласаҡ оло тантанаға саҡырыу ҡағыҙы алғас, ире Сəлимйəн, Мəликəнең ай-вайына ҡарамай, мотлаҡ барасаҡбыҙ, тигəс, ризалашты. Биш йыл элек үткəн осрашыуҙа 20 ветеран булһа, хəҙер улар һаны тик бишəү генə ине. Улары ла оло йəштə, ҡайһыһының күҙе күрмəй, ҡайһыһының ҡолағы ишетмəй, ҡайһыһы таяҡҡа таянып, саҡ атлай. Ауыл хакимиəтенə рəхмəт, ветерандарҙы матур ҡаршыланылар, оло хөрмəт күрһəттелəр, һəр береһенə ҡиммəтле бүлəктəр тапшырҙылар. Бына инде тантаналы сəғəт тə етеп килə, һəр ветеран, йылдағы йола буйынса, яу яланында батырҙарса һəлəк булған яҡташтарына ҡуйыл ған һəйкəлгə сəскəлəр һалырға тейеш. Мəликə, баш ауыртыуына һылтанып, унда бармайынса, клуб янында ғына йəшəгəн əхирəтенə инеп сығырға уйлаһа ла, ауыл хакимиəте башлығы уны көслəп тигəндəй еңел машинаға ултыртып ҡуйҙы. Ауыл үҙгəргəн, төҙөклəнгəн, яңы йорттар ҡалҡҡан, ҡойма- ҡапҡалар ялтлатып буяп ҡуйылған, ə ҡайһылары семəрлəп, һүрəттəр ҙə төшөргəн. Бына уларҙың урамы… Юҡ, юҡ, ул яҡҡа ҡарамаҫҡа, тип, Мəликə күҙҙəрен йомдо. Сəлимйəне, бөйөрөнə төртөп: “Ана һеҙҙең урамығыҙ”, – тип ике тапҡыр өндəшһə лə, Мəликə ишетмəмеш булды. Ҡапыл машина, əллə соҡорға элəгепме, һелкенеп ҡуйҙы. Ирекһеҙҙəн Мəликə күҙҙəрен асты ла тирəяғын байҡап алды. Үҙ күҙҙəренə ышанмайынса, машина тəҙрəһенə ҡапланды. Үҙҙəренең йорто урынында көл-күмерҙе күрермен дə, ғүмер буйы ошо күренеш күҙ алдынан китмəйенсə, күңелде əсендерер, тип хафаланған ҡатындың йөҙө яҡтырып китте. – Сəлимйəн, əллə йорт күтəргəндəр инде? – тип иптəшенə өндəште. – Ысындан да йорт, ə һин көйəлəнгəн булаһың. – Кем күтəрҙе икəн был йортто? – тип, шоферға ҡараны. – Мəхмүт Яҡшығолов, бына тигəн егет, ауылда фермер хужалығы асып ебəрҙе, – тип яуапланы шофер егет. – Əллə Сабирйəндең улымы? – тип һорағанын һиҙмəй ҙə ҡалды Мəликə, – Тап өҫтөнə баҫтығыҙ, апай,– тигəн яуапты ишеткəс, Мəликə: – Бына бит, үҙебеҙҙең нəҫел кешеһе, əсəйемдең ике туған ҡустыһының ейəне, – тине ғорурлыҡ тойғоһо менəн. Мəликəнең күңеле күтəрелеп китте, артына əйлəнеп, яңы ҡалҡып сыҡҡан йортҡа берсə ҡыуанып, берсə һоҡланып күҙҙəн яҙғансы ҡараны, əйтерһең, унда, самауырын ҡайнатып, уларҙы əсəһе көтə ине…
Читайте нас