1-25 июлдә Өфөлә IX “Йәш профессионалдар–2021” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалы үтә. Чемпионат ғәҙәти алымда ойоштороласаҡ, әммә коронавирусҡа ҡаршы барлыҡ тейешле саралар күреләсәк.
Сара барышында республиканың баш ҡалаһына 2000-гә яҡын эксперт йәмәғәтселеге вәкиле, Рәсәйҙең 85 төбәгенән 1800 тирәһе конкурсант йыйыласаҡ.
Улар 105 төрлө йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. Ә дөйөм алғанда конкурс ете ҙур йүнәлеште – төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары; мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары; ижад һәм дизайн; етештереү һәм инженер технологиялары; хеҙмәтләндереү өлкәһе; транспорт һәм логистика; мәғариф тармаҡтарын берләштерә.
– “Ворлдскиллс Рәсәй” мөһим бурысты хәл итә – һөнәри белем биреүҙең сифатын һәм көнәркәшлеген, абруйын арттыра. Республиканың йыйылма командаһы һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттарҙа лайыҡлы сығыш яһай, миҙалдар яулай. Башҡортостан иҡтисадтың мөһим тармаҡтары үҫешенә ҙур өлөш индергән ысын оҫталар, хеҙмәтсәндәр әҙерләү йәһәтенән бай тарихҡа эйә. Беҙҙәге һөнәри техник белем биреү селтәре илдә иң эреләрҙән һанала. Башҡортостан “Йәш профессионалдар–2021” чемпионатының байрағын ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итте. Уның ише киң даирәле сараны уҙғарыу – беҙҙең өсөн оло яуаплылыҡ һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Чемпионатты ҡаршылап республикала яңы объекттар һәм майҙансыҡтар төҙөйәсәкбеҙ, улар киләсәктә иҡтисадыбыҙ өсөн йәш һөнәрмәндәр әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Чемпионатты тантаналы асыу 21 июлдә баш ҡаланың “Өфө-Арена” боҙ һарайында уҙасаҡ. Сара “Торатау” конгресс-холында, ә һайлап алыу туры бөтә төбәктәрҙә лә 1-30 апрель арауығында үтәсәк.