Яңылыҡтар
22 Март 2021, 04:09

Ете ҡағиҙәне үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ!

-

Ысынлап та, халҡыбыҙҙа элек-электән ете һанына ҡарата ниндәйҙер бер табыныу йәшәгән, тиергә лә була. Шуға күрә ул изге һан һанала ла. Әҙәмде донъяла шул етелек уратып тора кеүек: өҫтә ете ҡат күк, аҫта - ете ҡат ер. Күктә - ете йондоҙ, ерҙә - ете мәғдән. Аҙнаның ете көнө, йәйғорҙоң ете төҫө. Моңдоң ете өнө. Ете мөғжизә. Шуныһы ғәжәп: ожмах та ете ҡатлы, тамуғы ла. Әҙәмде ҡотҡармаҡ булып ете йәсин сығалар, үлгәс етеһен уҡыталар.
Етелә етегәнгә табынғандар, етегән шишмәне маҡтағандар. Ете быуын ата-бабаны белеү мотлаҡ һаналған. Әкиәт батырҙары ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр, ете төн уртаһында шашынған ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратҡандар. Сер булһа, уны ла ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны ете һандыҡ эсендә һаҡлағандар. Ете ятты ятҡа иҫәпләгәндәр. Иң ҡаты яза итеп ете ҡат тиреһен тунағандар. Зирәктәр ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткән. Батырҙар ете диңгеҙ, ете тау гиҙгән. Теүәлдәр ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫер булған. Бәхетлеләр ете йәннәт ишеген асып ингән. Еңелгәнде етегә бөкләп һалғандар.
Шулай уҡ башҡорттарҙың ете төп ҡағиҙәһе бар:
Ҡул таҙалығы. Был артыҡ әйбергә ынтылмау, башҡалар өлөшөнә теймәүҙе аңлата.
Ҡолаҡтар таҙалығы. Тупаҫ, яуыз уйлыларҙы ишетмәү, ғәйбәт тыңламау.
Күҙҙәр таҙалығы. Күҙҙәрҙе яуызлыҡтан, насарлыҡтан, көнсөллөктән һаҡлау.
Тел таҙалығы. Күп һәм ялған һөйләүҙән тыйылыу. Өндәшмәү- алтынға бәрәбәр.
Тән һәм кейем таҙалығы. Тәнеңде лә, кейемеңде лә һәр саҡ таҙа тоторға кәрәк.
Уйҙар таҙалығы. Баштан кире, яуыз уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Үҙеңә йәлләп ҡарау ярамай. Изге эштәргә үҙеңде дәртләндереп тороу яҡшыраҡ.
Күңел һәм йөрәк таҙалығы. Яратырға һәм уға алмашҡа бер ни һорамаҫҡа. Ошо тормошто, кешеләрҙе, тирә-яҡты яратыу - үҙе үк бәхет!
Фото:bipbap.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас