Яңылыҡтар
22 Март 2021, 06:51

Һеҙҙә миңдәр бармы?

.

Уң яҡ ирен өҫтөндә миң булған ҡатын-ҡыҙҙар мәкерле һәм хәйләкәр була,тиҙәр. Улар – һөйкөмлө, үҙҙәренә тиҙ ҡаратыусан, әммә бер аҙ дыуамал кешеләр.
Улар, ғәҙәттә, үҙҙәренә тормош иптәше итеп ихтыярһыҙ, йомшаҡ холоҡло ир-атты һайлай.
Танау осондағы миң һеҙҙең тиҙ аралашыусан, шат күңелле, ҡыҙыҡ кеше икәнлегегеҙҙе күрһәтә. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа әлеге миң – еңел аҡыллылыҡ, елбәҙәклек билдәһе. Ундайҙарға барыһы ла еңел бирелә, уларҙың тормошта билдәле бер маҡсаттары ла булмай. Тик бөгөнгө көн менән генә йәшәйҙәр.
Танау янында миң булған кешеләр теге йәки был осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәген башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Кәңәш бирергә яраталар һәм күп осраҡта аҡыллы кәңәштәрен. Сер һаҡлай беләләр. Ундайҙарҙан бынамын тигән адвокат сыға.
Эйәгендә миң булған ирҙәр – хакимлыҡ итергә яратыусы кешеләр. Улар тормошта үҙҙәренә нимә кәрәген яҡшы белә. Ундайҙар үҙ маҡсатына ирешеүсән була.
Эйәгендә миңле ҡатын-ҡыҙҙар – тиҫкәре, үҙ һүҙле. Күп осраҡта уларҙы һүҙҙәренән кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Миңдәре эйәктә күберәк булған һайын, улар шул тиклем тиҫкәрерәктәр икән. Әммә әлеге сифат ҡатын-ҡыҙҙың карьераһында ыңғай роль уйнарға ла мөмкин. Һул яңаҡтағы миң бик хисле һәм нескә күңелле кешеләрҙә була.
Уң яңаҡтағы миң – яҡшы интуиция һәм алдан күреүсәнлек билдәһе. Яңаҡ һөйәгендәге миң тәүәккәл кешеләрҙә була. Улар бар ғүмерҙәрен үҙ идеялары өсөн көрәшкә бағышларға мөмкин.
Баш түбәһендәге миң бөйөк аҡыл эйәләрендә була. Әгәр ҙә миң баш артында икән, ундай кешеләр аҫтыртын һәм ышанмаусандар.
Ҡолағыңда миңлеләр – маҡсатлы һәм үҙҙәренең яхшы сифаттарын күпертеп күрһәтергә яратыусандар.
Әгәр миң ҡолаҡ эсендә үк булһа, ундайҙар нерв ауырыуҙары һәм матдәләр алмашыныуы боҙолоуы менән интегә.
Бына шундай фараздар, һеҙҙә миңдәр бармы?
Эльнара Шаймарданова.
Фото интернет селтәрҙәренән.
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас