"Был эш Рәсәй тарихы өсөн бик мөһим. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ халҡының күрһәткән ҡаһарманлыҡтары бөтә донъяға билдәле. Советтар Союзы, Рәсәй иң ауыр юғалтыуҙар кисерҙе. Аяуһыҙ һуғыш йылдарында 27 миллионға яҡын кеше һәләк булған. Уларҙың барыһын да хәтеребеҙҙә һаҡларға тейешбеҙ, сөнки улар беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк бүләк иткән. Мемориал төҙөү эшен хуплайым һәм ярҙам итәсәкбеҙ,-тине В.В.Путин.