Бөгөнгө ҡарлы буран Урыҫбай ауылына юлды тағын өҙгәйне. Шулай ҙа төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, Аҡьюл һәм Урыҫбай ауылдарына юлдарҙы яҡшы итеп таҙалап, киңәйтеп эшләй алдылар.
Һуңғы көндәрҙә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән водитель егеттәргә - Данил Әминев, Фаил Рәхмәтуллин, Фәнур Ғәббәсовҡа, мастер Хәйҙәр Сәғитовҡа, ойошма етәксеһе Азат Суфияновҡа һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерәбеҙ!
Ҡыш буйына, барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамай, беҙҙең ауылдарҙы оҙайлап берҙә иғтибарһыҙ ҡалдырманылар.