Яңылыҡтар
19 Март 2021, 16:30

Тештәрең ынйы кеүекме?

2-се Аҡъяр мәктәбендә “ Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө” сиктәрендә тематик класс сәғәттәре, күңелле уйындар ойошторолдо, ата-әсәләр һәм уҡыусылар анкета тултырҙы. Мәктәп фельдшеры Л.Ситчанова һәм стоматолог В.Таһирова сәләмәтлеккә ҡағылышлы дәрес үткәрҙе. //

Бындай саралар ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәрен иҫкәртеү, сирҙе алдан асыҡлау һәм дауалауға булышлыҡ итә.
Акция аҙағында “Берҙәмлек” мәктәп үҙидараһы активистары “Йылмайыуым менән ғорурланам” флешмобында ҡатнашты.
Читайте нас