Гай ҡалаһында Орск медицина колледжы филиалы студенттары менән һөйләшеү, йәш белгестәрҙе районға ҡайтарыуҙы ойоштороу эше дауам итә. Буласаҡ табиптар менән һөйләшеү дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте. Осрашыу барышында районға эшкә ҡайтыусы йәштәр өсөн ниндәй ярҙам саралары булыуы, тормошҡа ашырылып килгән проекттар, программалар, районға ниндәй белгестәр кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.
“Беҙҙең эшмәкәрлектә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда райондың ҡаҙаныштары, проблемалары тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Тормошҡа ашырыласаҡ проекттар, районға эшкә ҡайтыусыларға ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирҙек. Район һаулыҡ һаҡлау системаһы, медицина учреждениеларында эш шарттары тураһында һөйләшеү булды. Студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙек. Уларҙың күптәре район медицина учрждениеларына эшкә урынлашыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Бындай осрашыуҙар үҙ һөҙөмтәһен бирер һәм йәш белгестәр районға ҡайтыр, тип уйлайым”,--тип яҙа Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы.
Фото һәм мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды