Бөтә Рәсәй шиғриәт көнө алдынан үҙәк район китапханаһы Бәйләнештә социаль селтәр файҙаланыусылары һәм подписчиктар иғтибарына үҙешмәкәр шағирә Фәрҙиә Юнысова менән уның ижадына арналған “Күңелем моңо” кисәһен тура бәйләнеш аша ойошторҙо.
Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Күптән түгел уның “Атай бүләге” исеме аҫтында шиғырҙар, хикәйәләр һәм хәтирәләр китабы донъя күрҙе. Автор был китабында яҡын кешеләренә һөйөү тойғоларын, мөнәсәбәттәр йылыһын, тәбиғәткә һөйөүен бик нескә һәм теүәл итеп еткерә.
Онлайн кисәлә Фәрҙиә Юнысова үҙ шиғырҙарын тасуир итеп һөйләне, ижады тураһында бәйән итте, ғаиләһе, тормош юлы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.