Яңылыҡтар
18 Март 2021, 11:48

Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирустан тағы өс кеше үлгән

/

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 325 кеше COVID-19 ҡорбаны булған, һуңғы тәүлектә – өс үлем осрағы, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Республикала бөтәһе 30,9 меңдән ашыу сирле теркәлгән, уларҙың 120-һе һуңғы тәүлектә асыҡланған.
Дөйөм алғанда, пандемия башланғандан алып Рәсәйҙә 4,428 миллиондан ашыу кеше COVID-19 йоҡторған, бер тәүлектә – 9,8 меңдән күберәк.
Коронавирустан 93,8 меңдән ашыу кеше вафат булған. Уларҙың 460-ы һуңғы тәүлектә донъя ҡуйған.
Фото: Олег Яровиков.
Галина Бахшиева.
https://www.bashinform.ru/bash/1570690/
Читайте нас