Яңылыҡтар
18 Марта 2021, 07:11

Республиканың Спорт министрлығында Өфөнөң «Гастелло» стадионын ябыу тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

-

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған онлайн-лекторий барышында «Гастелло» стадионын «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» йәмғиәте балансынан республика милкенә тапшырғандан һуң уның ябылыу ихтималлығы тураһында һорауға аңлатма бирҙе.
«Республика хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы исеменән был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен белдерәм, — тине Руслан Хәбибов. — Тиҙҙән был стадион Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҡарамағынан республика кимәленә тапшырыла. Бөтә секциялар ҙа һаҡлана, балалар унда шөғөлләнеүен дауам итә. Беҙ тағы ла яҡшыраҡ шарттар булдырырбыҙ. Физкультурниктар көнөнә эштәрҙе тамамларбыҙ тип уйлайым».
Башҡортостанда йәмғеһе 12774 спорт ҡоролмаһы эшләй. 100 меңгә яҡын бала спорт ойошмаларында бушлай шөғөлләнә.
Читайте нас