Өфө һәм Германияның Һалле ҡалалары араһындағы дуҫтарса мөнәсәббәттәр халыҡ-ара ассоциацияһы Башҡортостан мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнеү буйынса онлайн —осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Проект сиктәрендә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Эльвира Муллағолова башҡорт бейеүе буйынса буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Һаллела йәшәүселәр "Гөлнәзирә"не өйрәнде. Тағы бер нисә дәрес буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Һалле һәм Өфө −1977 йылдан туғандаш ҡалалар.