Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдәгенә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул
Башҡорттарҙың кейемгә талапсан, ыҫпайлыҡҡа битараф булмағанлығы тураһында һүҙ алыпбармаҫтан әүәл, халыҡтың оҙайлы тарихын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле. Милли кейем, милли телдән ҡала, милләттең төп сифаттарынан береһе, рухи ҡаҙанышының сағылышы булып тора.
Атингән ауылы китапханаһында "Ағинәйҙәр" ҙең сираттағы ултырышында” Милли биҙәүестәр тегеү” оҫталыҡ дәресе үтте .Ағинәйҙәр түшелдеректең тарихы, төрҙәре менән танышты, уның башҡорт ҡатын-ҡыҙы өсөн әһәмиәте тураһында әңгәмәләште.
Ағинәйҙәр әйтеүенсә, күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла үҙ ҡиммәтен юғалтмай.