Яңылыҡтар
18 Марта 2021, 05:40

Өфөлә Татарстан киноһы көндәре уҙғарыла

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә 25 марттан 27-һенә тиклем Татарстан киноһы көндәре уҙғарыла. «Родина» кинотеатрында «Мулла» драмаһы (режиссерҙар Әмир Ғәлиәскәров, Рәмил Фазлиев), «Әпипә» музыкаль комедияһы (режиссер Илшат Рәхимбай) һәм «Сөмбөл» мелодрамаһы (режиссер Рәшит Маликов) күрһәтелә, тип хәбәр итте «Татар-информ».
Сараны Туған телдәр һәм халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Татаркино» ойоштора. Унда фильмдарҙың ижади төркөмдәре вәкилдәре ҡатнаша.
Акциялар илдең биш төбәгендә – Өфөнән тыш, Түбәнге Новгород өлкәһендә, Ханты-Манси автономиялы округында – Когалымда, Покачиҙа һәм Нижневартовскиҙа, Омскиҙа, Санкт-Петербургта үткәрелә.
Ләйлә Аралбаева.