Яңылыҡтар
18 Март 2021, 07:13

Беҙҙә бәрхәт банандар өлгөрә

-

Өфө лимонарийында экзотик емештәр өлгөрә – памела, фейхоа, ғәрәп ҡәһүәһе, бәрхәт банандар... Тыштағы ҡыш һалҡынлығы уларға ҡамасау түгел, тик бейек булып үҫкән көньяҡ ҡунаҡтарына теплица бинаһы тар, уларҙы ҡырҡҡылап тормаһаң, түбәне тишеп сығыуы ихтимал, ти лимонарий хеҙмәткәрҙәре.
Кәрлә банан сортын 2015 йылда Пермь ботаника баҡсаһынан килтерелгән орлоҡтарҙан үҫтергәндәр.
-Ә бына был банан йыл ярым эсендә гигант үҫемлеккә әүерелде.Емештәре өлгөргәндән һуң ағасын тамырынан ҡырҡабыҙ, - тип аңлата лимонарий хеҙмәткәре Майя Йосопова.
“Банандар әллә ни “көйһөҙлөк” күрһәтмәй, айырым тәрбиә лә талап итмәй, ҡышын ике-өс аҙнаға бер һыу һипһәң, етте,” ти хеҙмәткәрҙәр. Дымлылыҡ, яҡтылыҡ, 25-30 градуслыҡ тейешле температура режимы уларға үҫергә ярҙам итә. Теплицаның шарттары бөтә үҫемлектәргә лә ярап бөтмәй, әлбиттә. Гигант-банандың оҙонлоғо тәбиғи шарттарҙа 15 метрға етә, лимонарийҙа бындай мөмкинлек булмағас, уны ҡырҡып торорға тура килә.
Япония мушмулаһына ла бында тығыҙыраҡ. Лимонарий етәксеһе Фәриҙә Садиҡова уны бынан 19 йыл элек Сочи дендрариумынан алып ҡайта. Биологтың әйтеүенсә, тәүҙәрәк ул мул уңыштары менән ҡыуандырып торһа, хәҙер бер ни тиклем “көйһөҙләнә” башлаған.
Өфө лимонарийы- баш ҡаланың һирәк зкзотик үҫемлектәр үҫкән мәңгелек йәшеллек утрауы.Үҙенсәлекле экспонаттарҙы һаҡлау өсөн утыҙ йыллыҡ теплицаны ашығыс үҙгәртеп ҡороу талап ителә. Ул саҡта өфөләр бында рәхәтләнеп ял итә, экскурсияға йөрөй аласаҡ.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас