Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы мәл яҡынлаша. Улар көндө-төнгә ялғап, сәсеү агрегаттарын әҙерлек һыҙығына ҡуя, техниканы барлай, орлоҡ фондын хәстәрләй, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплай. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме — көндөң аяҙ тороуы, ерҙең иртәрәк йылыныуы.
«Исҡаҡов» крәҫтиән-фермер хужалығы оҫтаханаһыда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек киң ҡолас менән бара: механизаторҙар тракторҙарҙы, сәскестәрҙе, тырма-культиваторҙарҙы ремонтлап, сәсеүгә әҙерләй.
Ғәҙәттә бында баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк ауыл хужалығы машиналарын һәм агрегаттарын һәр ваҡыт алдан хәстәрләп ҡуялар. Был юлы ла шулай булды — техника паркы көҙҙән ремонтланып, һаҡлауға ҡуйылған. Йыл башында иһә сәскестәргә запас деталдәр алынып, уларҙы ремонтлау ошо көндәрҙә тамамлана.
Борис Сәлимйән улы әйтеүенсә, хужалыҡ быйыл барлығы 3 мең гектарҙа ашлыҡ үҫтерергә ниәтләй: 500 гектарҙа көнбағыш, 1000 гектарҙа арпа, 500 гектарҙа бойҙай, 500 гектарҙа һоло сәсеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сәсеүлектәрҙе бер аҙ киңәйтергә планлаштыралар. Баҫыуҙарҙы сәсеү комплекстары менән К-700, Т-150 һәм "Алтай" тракторҙары иңләйәсәк. Шулай уҡ 2 берәмек “Беларусь” көнбағыш сәсәсәк.
Хужалыҡ даими техника паркын яңыртып тора, мәҫәлән, быйыл яңы “Вектор”, “Енисей” комбайндарын һатып алғандар. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә проблема юҡ, “Регион” заправкалау станцияһы менән килешеү төҙөлгән. Орлоҡ етерлек кимәлдә.
–Сәсеүҙә ҡатнашасаҡ барлыҡ техника-агрегаттар әҙер тиерлек, тик уларҙы һынау–көйләү эштәре генә ҡалды. Улым Альберт менән беҙҙең хужалыҡ берләште. Ул етәксе, ә мин уға ярҙам итәм. Эшселәр 15 марттан эшкә тотона. Күптәр Баймаҡ, Йылайыр райондарынан килеп эшләй. Бөтәһе 25 кеше. Ремонт эштәренә 5 механизатор йәлеп ителде. Хужалыҡтың алдынғы механизаторҙары Артур Таипов, Александр Семенов, Рәмил Мәһәҙиев, Йәмил Аблаевтар һәм башҡалар баҫыу-ҡырҙарҙы иңләгәндә лә, техника ремонтлауҙа ла һынатмай. Ғөмүмән, яңы миҙгелгә әҙерлек ойошҡанлы бара,–тине Борис Исҡаҡов.
Фаил Бикбов, район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры:
–Техникаларҙы ремонтлау район хакимиәте тарафынан раҫланған график буйынса алып барыла. Уға ярашлы, яҙғы сәсеү эштәренә йәлеп ителәсәк бөтә техника 24 мартҡа әҙер булырға тейеш.
Ҡайһы хужалыҡтарҙың көплө, йылытылған гараждары бар. Улар унда ҡыш буйы техника ремотланылар.
“Искаков” хужалығында ремонт эштәре яҡшы бара. Уларҙың гаражы йылытыла, егеттәр тырышып эшләй. Техникаларҙы яңырталар. Иҫкергән “Алтай” тракторҙары урынына, яңы ҙур тракторҙар алалар.
Был хужалыҡтан тыш, “Лоскутов”, “Иҫәнгилдин”, “Үлйәбаев” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары көплө гараждарҙа тракторҙарын ремонтлай.
Районда бөтәһе 447 трактор булһа, шуларҙың 229-ы сәскестәр тағып, яҙғы сәсеүгә сығырға әҙер. Улар араһында “Беларусь” минерал ашламалар ташыу, катоклау эштәрендә ҡатнашасаҡ.
Районда ҡеүәтле ҙур тракторҙар алына башланы. “Власенко” һәм “Виденко” хужалыҡтары алды. Быйыл “Зәкиров” һәм “Абдуллин” хужалыҡтары “Ростсельмаш” заводы менән килешеү төҙөп, лизинг аша аласаҡтар. 2020 йылда район яңы техника һатып алыу буйынса республика кимәлендә беренсе урынды биләне. Бөтәһе 13 комбайн һатып алынды.