Степной ауылынан Мәсрүрә Ғүмәр ҡыҙы һәм Рәфәт Ғиниәт улы Насибуллиндарҙың бергә ғаилә ҡороуҙарына быйыл – 50 йыл.
Икеһе лә татыу ғаиләлә тыуып үҫкән Степной ҡыҙы –Мәсрүрә һәм Баҡалы районының Мостафа ауылы егете Рәфәт 1971 йылдың 7 ғинуарында сәстәрен сәскә бәйләй. Хеҙмәт юлын Мәсрүрә апай механизатор булып башлап, 15 йыл эшләгәс, артабан һауынсы булып эшләп, 50 йәшенән хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше тәүҙә механизатор, артабан совхозда инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Совхоз бөткәс, Рәфәт ағай Себер яҡтарында ла эшләй.
Татыу ғаилә биш балаға ғүмер бүләк итә. Ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Венер, Вәсил, ҡыҙҙары –Зилә, Дилә һәм Ғәлиә лә ата-әсәһенән үрнәк алып, үҙ ғаиләләре менән бик татыу торалар. Ейән-ейәнсәрҙәр бәхетен татырға ла өлгөргән өләсәй-олатайҙың ҡунаҡсыл йортонда бөтәһенә лә урын етерлек. Хужалар һәр кемде ихлас тыңлай, кәңәш бирә. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, бер-береһенә ярҙам итеп, татыу йәшәй Степной ауылынан Насибуллиндар ғаиләһе.
–Беҙҙең ғаиләнең сере бер-береңә ышаныста, сабырлыҡта, хөрмәт итеүҙә. Кеше һүҙенә төшмәй бер-береңде аңлап йәшәүҙә, кәрәк саҡта ут булып, кәрәк саҡта һыу булырға ла тура килә. Ирҙең һүҙен йыҡмай, дәрәжәһен төшөрмәй, түҙем булырға кәрәктер тип уйлайым. Ә йәштәргә ололарҙан үрнәк алып, олоно-ололап, кесене-кесе итеп йәшәһендәр ине тием. Заманында беҙ ҙә Хәүилә, Әминә, Ғилминур апайҙарҙың ғаиләһенән үрнәк алып, уларға ҡарап, күп нимәне өйрәнеп йәшәй башланыҡ. Тырыш, егәрле булырға кәрәктер хәҙерге йәштәргә, кемдеңдер ярҙамын көтөп ултырмаһындар ине. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була тигәндәй, балаларға үҙебеҙ ҙә өлгө булырға тейешбеҙ.
Ысынлап та, улға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең, тигән йор һүҙле, зирәк аҡыллы халҡыбыҙ. Борон-борондан кешене затына, ғаиләһенә ҡарап һынағандар, баһа биргәндәр. Кешене кеше итеүҙә, баланың шәхес булыуында ата-әсә генә түгел, олатай-өләсәй тәрбиәһе лә мөһим роль уйнай,–ти Мәсрүрә Ғүмәр ҡыҙы.