Ысынлап та, матур ғаиләләр – тормошобоҙҙоң сағыу биҙәге ул. Быны Әбеш ауылында йәшәүсе Зөлфиә менән Мәүлит Сәйфуллиндар ғаиләһе тағы бер иҫбатлай. Уларҙың ғаилә ҡороп, татыу ғүмер кисереүенә өс тиҫтә йылға яҡын ғүмер үтеп киткән. Уларҙы һәр яҡлап өлгө итеп ҡуйырға була. Һөнәри яҡтан да, тормошҡа ҡараштары һәм шәхси сифаттары менән дә күптәргә үрнәк. Ә иң мөһиме — ғаилә татыулығы һәм күркәм холоҡло балалар тәрбиәләүе менән һоҡланыуға лайыҡ.
Зөлфиә Закир ҡыҙы 1992 йылда Ырымбур өлкәһенән Әбеш ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше, Әбеш ауылы егете Мәүлит Мәғәз улы менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр. “Атаһына ҡарап улын ҡос, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос”, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, был һүҙҙәр Сәйфуллиндар ғаиләһенә лә хас кеүек. Балалары ла аҡыллы, ярҙамсыл, уҡымышлы. Улар төрлө тармаҡта ең һыҙғанып, уҡып та эшләп тә йөрөй. Оло улдары Вәлит Аҡъяр тау колледжын тамамлап, әлеге көндә Гай тау байыҡтырыу комбинатында эшләп йөрөһә, икенсе улдары Ринат Өфө нефть университетын тамамлап, "БАШНЕФТЬ ГЕОФИЗИКА" ла быраулау эшендә инженер, ә кесе улдары Айбулат Гай медицина колледжында 3-сө курста белем ала.
“Оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?” – тип һорағас, Сәйфуллиндар былай тип яуап бирҙе:
–Ғаилә бәхетенең сере – бер-береңә ҡарата иғтибарлы, сабыр булыуҙа, бер-береңде хөрмәт итеүҙә.
Мәүлит Мәғәз улы–шөғөлһөҙ ултырырға яратмай. Әлеге ваҡытта ул, "Башҡорт баҡыры" йәмғиәте слесары булһа, ә Зөлфиә Закир ҡыҙы Әбеш ауыл биләмәһендә белгес булып эшләй.
Өлгөлө ғаилә ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Сәйфуллиндарҙың татыу, матур, ҡотло ғаиләһе ауылға йәм өҫтәй.
Киләсәктә лә уларҙың ғаиләһенән ырыҫ китмәһен, туғандарын, ауылдаштарын ҡыуандырып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.