Яңылыҡтар
17 Март 2021, 10:47

Татыу ғаилә–татлы йыр кеүек

Милә һәм Сәғиҙулла Мәмбәтовтар

"Ғаилә–осо-ҡырыйы күренмәгән диңгеҙҙә йөҙгән карап. Төпһөҙ киңлекте иңләгән кәмәнең имен сәйәхәтен тәьмин итерҙәй капитаны булырға тейеш",–ти аҡыл эйәләре.
Киләһе геройҙарым–Мәмбәт ауылынан Мәмбәтовтар булыр. Сәғиҙулла Әхмәҙей улы һәм уның ҡатыны Милә Факил ҡыҙы икеһе лә Мәмбәт ауылынан. Уларҙың ғаилә бәхете сере–ябайлыҡ һәм асыҡлыҡта, сабырлыҡта. Бер-береңде аңларға, ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡһа ла аҡылыңа таянып эш итеүҙән тора.
Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы–Сәғиҙулла Әхмәҙей улы Мәмбәт ауылының старостаһы ла, депутаты ла. Мәскәү «Росгеология» ойошмаһында төрлө эштәр башҡарыусы булып та эшләй. Шулай уҡ ауыл халҡын район үҙәгенә һәм башҡа тарафтарға автобус йөрөмәгәнлектән, уларҙың һорауы буйынса еңел автомобиль менән төрлө яҡтарға алып барыуҙы ойоштора.
Ә Милә Факил ҡыҙының дөйөм педагогик стажы 37 йыл. Ул хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Иглин районы Красновосход интернат мәктәбендә тәрбиәсе булып башлай, кейәүгә сыҡҡас, Мәмбәт ауылы балалар баҡсаһы етәксеһе булып эшләй. Артабан 22 йыл Мәмбәт ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем биреп, хәҙерге көндә хаҡлы ялда. Милә апай хаҡлы ялдамын тип тормай, Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы, скандинавса йөрөргә лә өлгөрә.
Мәмбәтовтар 36 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһенә терәк булып донъя көтә. Улар ғаилә ҡотон һаҡлауға, төрлө ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкәндәргә илһөйәрлек, эскерһеҙлек, тоғролоҡ, ябайлыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ һәм башҡа ыңғай сифаттар хас, тиҙәр.
Бер ауылда йәшәһәләр ҙә, бер-береһен белмәгән йәштәрҙе тормош елдәре Сибай ҡалаһында таныштыра. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итәләр. Киләсәккә яҡты хыялдар менән янған матур пар туғандарын, дуҫтарын һоҡландырып, татыу ғаилә ҡора. Бәхеттәрен ишәйтеп, балалары тыуа. Әлеге көндә был бәхетле ғаилә өс балаға ғүмер биреп, олатай, өләсәй булыу бәхетенә лә өлгәшкән.
Ҡыҙҙары Гөлсиә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультетын тамамлап, быйылғы уҡыу йылынан әсәһенең эшен дауам итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытып, уңышлы эшләп йөрөй. Улдары Фирғәт Өфөлә юл төҙөү эшендә, Магнитогорск, Мәскәү ҡалаларында төҙөлөштә эшләп, әлеге ваҡытта өйҙә барлыҡ йорт-хужалыҡ эштәрен алып бара, Т-25 тракторы менән бесән саба, ауылдаштарына ярҙам итә, фермер туғанына сәсеү, урып-йыйыу эштәрендә ярҙамлаша. Икенсе ҡыҙҙары Сәриә кейәүҙәре Айгиз менән Айлина һәм Тимур исемле балалар үҫтерәләр, Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр.
–Тормош ҡороу–ҡыуыш ҡороу түгел, шуға күрә һәр саҡ йәшәйешкә төплө ҡарарға, бер-береңә һәр ваҡыт ышанырға, ихтирам итергә кәрәк. Нигеҙ ныҡлы булһын өсөн иң беренсе сабырлыҡ талап ителә, бушҡа ғына сабырлыҡтың төбө алтын тимәйҙәр,–ти Милә Факил ҡыҙы сере менән бүлешеп. –Килгән һәр бер кешегә өй ишеге асыҡ. Өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәй. Асыҡ йөҙ, тәмле сәйҙәр менән ҡаршы алам. Ейән-ейәнсәребеҙ ҙә ауылға ҡайтырға ярата. Ял, байрам көндәрен һағынып көтөп алалар.
Өлгөлө ғаилә ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсала йәшелсә, емеш-еләк йәй көнө ишек алдын тултырып сәскәләр үҫтерә. Башҡорт рухлы, ошондай өлгөлө ғаиләләр районыбыҙҙа күберәк булһын ине.
Читайте нас