Ер йөҙөндә күпме ғаилә булһа, һәр ҡайһыһының үҙ ҡанундары, үҙ тәртибе, башҡалар күҙенә әллә ни салынмаған үҙ ҡағиҙәләре бар. Хатта оҙаҡ бергә ғүмер иткән парҙар бер-береһенә оҡшап китә тигән хәҡиҡәт тә ысынбарлыҡ. Әллә күпме йылдар бер уй-теләк, маҡсаттар менән тормош юлынан барһаң, ысынлап та, бер-береңә оҡшай башлайһыңдыр ул...
Юлбарыҫ ауылында йәшәүсе Әҡлимә һәм Камил Байғужиндарҙы ныҡлы, берҙәм ғаилә булараҡ беләләр.
Байғужиндар икеһе лә Юлбарыҫ ауылынан. Уларҙың ҡулға-ҡул тотоноп, ике бала тәрбиәләп, гөрләтеп донъя көтөүенә өс тиҫтә йыл. Әҡлимә апай Юлбарыҫ ауылында 13 йылдан ашыу алдынғы һауынсы булып, ә Камил ағай "Аҡъяр" совхозында йөк машинаһы водителе, аҙаҡ К-700 тракторында эшләй.
Әлеге көндә лә ғаилә башлығы рулде ташламай, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә шофер, ә Әҡлимә Зыя ҡыҙы өйҙә хужалыҡ эштәрен алып бара.
Шулай ҙа был күркәм парҙың иң төп байлығы — ғаилә бәхете. Ата-әсә балалары өсөн өҙөлөп тора, ҡыҙы Наҙгөл һәм улдары Данис яҡындарын һөйөү һәм хәстәр менән солғап алған. Улар шулай уҡ Әҡлимә Зыя ҡыҙының апаһының ике улына һәм үҙҙәренең балаларына 2 йылда 4 туй үткәреп эйәле-башлы итәләр. 2020 йыл Байғужиндар өсөн ҡыуаныслы йыл була, сөнки балалары ике тапҡыр өләсәй һәм ҡартатай итә.
Байғужиндар бөтә эште бергә кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп башҡара. Маҡсаттар, уй-хыялдар уртаҡ булғанға, уларҙың уйлағаны, ҡорған планы бойомға ашмай ҡалмай.
— Беҙҙең өсөн ныҡлы ғаилә нигеҙе – мөхәббәт һәм балалар. Ғаилә ҡороу өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй, ә бына мөхәббәтте һаҡлап, татыулыҡта йәшәү, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителә. Берҙәмлек, татыулыҡ булғанда ғына бөтә эштәр алға барасаҡ. Киләсәктә, Алла бирһә, кешелекле булып, балаларҙың изгелеген күреп, парлашып, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип итһен,— тиҙәр Байғужиндар.
Эйе, бер-береһенә булған һөйөү хистәрен юғалтмай, йылдар үткән һайын мөхәббәт тойғоһон ихтирам, тоғролоҡ менән нығытҡан, ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп кенә уҙған был һоҡланғыс, өлгөлө ғаиләнең бәхеттәре түңәрәк булһын, ҡото, бәрәкәттәре артһын, тип теләге килә.