Яңылыҡтар
17 Март 2021, 10:18

Рухлы йортта ҡот йәшәй

Һәр ауылда уңған ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Иләс ауылында бәрәкәтле тормош алып барған Ғаяз һәм Нәжиә Асҡаровтар шундайҙарҙан иҫәбендә.

Егерме биш йыл элек сәстәрен-сәскә бәйләп, мәңге бергә булырға һүҙ ҡуйышҡан матур пар биргән анттарына тоғро ҡалып, ауылдаштарын, туғандарын ҡыуандырып, гөрләтеп донъя көтә. Нур, ҡот һибелгән йорттарында балаларының шат тауыштары яңғырай, һәр ергә булдыҡлы хужа һәм тилбер хужабикә ҡулы тейгән. Йөҙҙәрендә ихласлыҡ, киң күңеллелек сағылған Ғаяз һәм Нәжиә түргә әйҙүкләне. Иркен, бөхтә йорт. Бөтә нәмә үҙ урынында.
Асҡаровтар Иләс ауылында өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Ғаилә башлығы Ғаяз Мирғәле улы – абруйлы, эшһөйәр ир -егеттәрҙең береһе. Ауылдаштары уны алсаҡ, изге күңелле, ярҙамсыл тип белә.
Мине һәр ваҡыт көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ һоҡландыра. Улар был донъяла нимә эшләргә кәрәклекте аныҡ аңлай, бөгөн ни булыр, иртәгә нимә көтә тип ҡурҡмай, алдына ҡуйылған маҡсаттарға табан ҡыйыу атлауын дауам итә. Шундай ҡатын-ҡыҙҙарың береһе – Нәжиә Имамбай ҡыҙы. Сығышы менән Мәмбәт ауылынан булған ханым тырышлығы, уңған хужабикә, хәстәрлекле әсә булыуы менән арбай.
Ғаилә башлығы Ғаяз – Иләс егете. Оҙаҡ йылдар водитель булһа, бына инде 21 йыл Гай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Нәжиә Мәмбәттән килен булып төшөп, Иләс ауылында таштай батҡан. Кинйә ул атай йортонда төпләнеп, ата-әсәһен ҡарап, хәҙерге көндә атаһы Мирғәле улына терәк-таяныс булып йәшәй. Оло кеше үҙе лә донъяға, балаларға күҙ-ҡолаҡ. Ғаяз ағай хәстәрлекле, йүнсел ғаилә башлығы. Балаларын бәләкәйҙән эшһөйәр итеп тәрбиәләп, үҙе белгән һөнәрҙәргә өйрәтә.
Нәжиә ханым Мәмбәт урта мәктәбенән һуң, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында тәрбиәсе һәм музыкаль етәксе һөнәренә уҡып, ауылына балалар баҡсаһына эшкә ҡайта. Бер йыл эшләп, тормош иптәшен осратып, кейәүгә сыға.
–Иләс ауылында ла башта ваҡытлыса балалар баҡсаһында эшләп, артабан эш булмағас, ситтән тороп юғары белемгә эйә булдым, бейемем һәм иптәшем уҡыған саҡта һәр яҡлап ярҙам итте. 10 йыл клубта эшләнем, хәҙерге көндә китапханасымын.
Ҡотло нигеҙ булды килен булып төшкән ерем. Ҡәйнәм, ҡайнымдар менән бергәләшеп татыу йәшәнек. Бәхетле ҡатынмын, бәхетле әсәмен, – тине Нәжиә Имамбай ҡыҙы үҙе тураһында һөйләүҙе һорағас.
Эйе, ғаилә тормошонда бер-береңә ярҙамсыл, иғтибарлы һәм сабыр булыу мөһим. Уртаҡ уңыш, ҡаҙаныш ошо күркәм сифаттарға бәйле. Был ғаиләлә килен менән ҡәйнә мөнәсәбәте лә бик күркәм булған. Килен менән ҡәйнә татыу йәшәп күҙ ҡараштарынан уҡ аңлашалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәшиҙә инәй 3 йыл элек вафат булған.
–Бейемем менән 22 йыл йәшәнек. “Килен кеше ким кеше” тиҙәр бит, ә беҙҙә, киреһенсә, тиңлек булды. Һәр ваҡыт ул миңә өлгө булды, көндә намаҙ уҡыны, тормош иптәшем дә дин юлында. Бейемемде гел һағынып иҫкә алам. Ҡайныма 88 йәш булһа ла, балаларҙы ҡарай, ишек алдында ла ҡош-ҡортто хәстәрләй. Балалар ҡаратай тип өҙөлөп торалар, – тип бейеме тураһында күҙенә йәш алып иҫкә алды ул.
Бер-береһенә ҡарата ихтирам, иғтибар өҫтөнлөк иткән ғаиләлә ата-әсә һөйөүенә наҙланып, иркәләнеп дүрт бала үҫкән. Балаларына үҙҙәрендә булған бөтә ыңғай сифаттарҙы һеңдереп тәрбиәләй алған ир менән ҡатын. Улдары Тимур Гай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй, Ғәзим диңгеҙ флоты хәрби көстәрендә контракт буйынса уңышлы хеҙмәт итә, ҡыҙҙары Нәзилә 8-се, ә кескәйҙәре Динислам 1-се класта белем ала. Эйе, балалар – ғаилә йәме, боронғолар әйтмешләй, малайҙар – йорт ҡаҙығы, ә ҡыҙҙар – ил биҙәге.
Һәр ҡайһыһы үҙ эшенән бушамауға ҡарамаҫтан, Асҡаровтар күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә. Район үҙәгендә йорт та һалғандар, әммә улар ауылын ташламай, шунда көн күрә.
Шулай ҙа уларҙың тормоштарының етеш булыуы, эштәренең уң барыуы ир менән ҡатындың берҙәй егәрле, эшһөйәр булыуы һөҙөмтәһелер.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас