Яңылыҡтар
17 Март 2021, 04:12

Радик Юлъяҡшинды ғәйепләйҙәр...

-

Белеүебеҙсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин яңы проекты - “Яңы моң” тип аталған халыҡ-ара музыкаль конкурсы башланды. 30 миллион һумға торошло был проект республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
“Барс Медиа” белдереүенсә, “Яңы моң” проектының идеяһын артист Татарстанда барған “Яңа йолдыз” телешоуынан үҙләштергән, тип яҙа “Бизнес Online”. Ике шоуҙың оҡшаш яҡтары тип ҡатнашыусыларҙың йәше 18-ҙән 35-кәсә булыуҙы, жюриҙа Элвин Грей һәм Лина Арифуллинаның (Беренсе каналдағы “Йондоҙҙар фабрикаһы”ның элекке продюсеры) булыуын, конкурсҡа һайлап алыу алымын билдәләйҙәр.
“Башинформ” агентлығы мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Радик Юлъяҡшинға мөрәжәғәт иткән.
“Минең өсөн “Барс Медиа”ның әлеге белдереүе күңелгә ятмаған сюрприз булды, - тигән Радик Юлъяҡшин. – Ике проекттың оҡшашлығы – уларҙың икеһендә лә жюриҙа Лина Арифулина менән Элвин Грейҙың булыуында, шулай уҡ бюджет суммаһы тап килеүҙә. Башҡа йәһәттән улар айырыла. “Яңа йолдыз” проекты Татарстан Республикаһында татар эстрадаһының яңы йондоҙҙарын табыуҙы маҡсат итеп ҡуя, “Яңы моң” – донъяла башҡорт телен киңерәк танытыуға йүнәлтелгән халыҡ-ара проект”.
Шулай уҡ артист туғандаш ике халыҡ араһын бутарға тырышыуҙы насар күренеш тип билдәләгән.
Фото: “Башинформ” агентлығы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас