17 мартта Башҡортостанда «Иғтибар – балалар!» иҫкәртеү саралары башланды. ЮХХДИ һәм мәғариф органдары хеҙмәткәрҙәре был осорҙа балаларҙы ташыуға етди иғтибар бүлә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тематик акциялар, әңгәмәләр, конкурстар уҙғарыу ҡаралған. Саралар 9 апрелгә тиклем дауам итә.
«Водителдәргә балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Юлда кескәй йәйәүлене күреп ҡалғас та, тиҙлекте кәметегеҙ, сөнки балалар йыш ҡына үҙҙәрен төрлөсә тота. Йәйәүлеләр үткәүеле, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, парктар, скверҙар, балалар майҙансыҡтары янында тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ. Ихталарҙа әкрен йөрөргә кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Юл ситендәге балаларҙың нимә эшләргә теләүҙәрен аңламаһағыҙ, ҡабаттан сигнал биреүҙән тартынмағыҙ. Йәйәүлеләрҙең, водителдәрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге күп осраҡта шуға бәйле», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында.