Яңылыҡтар
17 Март 2021, 07:13

Ғаризаны 1 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк

.

Быйылдан башлап ойошмаларҙың һалым органдарына 2020 йылға һәм киләһе осорға транспорт һәм ер һалымдары буйынса декларация тапшырыу бурысы ғәмәлдән сығарыла. Бер үк ваҡытта уларға ошо һалымдарҙың иҫәпләнгән күләме тураһында белдереү ебәреү тәртибе индерелә.
Транспорт йәки ер һалымы буйынса льготаға хоҡуҡлы ойошмаларға һалым органына льгота биреү тураһында ғариза тапшырырға кәрәк. Улар ғаризаға шулай уҡ ташламаға хоҡуҡты раҫлаған документты ла теркәй ала.
Әйткәндәй, түбәндәге осраҡтарҙа ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ:
1) аныҡ тәғәйенләнештәге ер участкаларына ҡарата түбәнәйтелгән ставка ҡулланылғанда;
2) транспорт сараһы һәм ер участкалары һалым һалыу объекты булмағанда.
2021 йылдың 1 ғинуарынан һалым органдары һалым түләүселәргә үҙҙәрендә булған мәғлүмәт, шулай уҡ льгота тураһындағы ғаризаны ҡарау һөҙөмтәләре нигеҙендә иҫәпләнгән һалым күләме тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрә. Шуға күрә әгәр белдереү ҡағыҙы төҙөлгән көнгә һалым органы һалым льготаһы тураһында мәғлүмәткә эйә булмаһа, һалым ташламаһыҙ иҫәпләнә. Артабан һалым түләүсе 10 көн эсендә һалым льготаһының нигеҙлелеген иҫбатлап, һалым органына аңлатма һәм документ тәҡдим итергә тейеш. Ошо документтарҙы ҡарау һөҙөмтәһендә недоимка асыҡланһа (мәҫәлән, иҫбатланмаған льготаны ҡулланыу арҡаһында), һалым түләүсегә һалымды түләү талабы ебәрелә, бурысты түләтеү сараһы күрелә.
Үрҙә әйтелгәндәргә бәйле, Башҡортостандың һалым органдары ойошмаларға 2020 йылға һалым льготаһы биреү тураһындағы ғаризаны быйыл 1 апрелгә тиклем тапшырырға кәңәш итә.
2020 йылдың һалым осорона ғәмәлдә булған льготалар тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы (www.nalog.ru) “Мөлкәткә һалым ставкалары һәм улар буйынса льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт” сервисы аша алырға мөмкин.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас