Яңылыҡтар
16 Март 2021, 07:03

Яңы указға ҡул ҡуйылды

-

Президент Владимир Путин быйылғы Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә яңы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы ил башлығы Рәсәй Федерацияһының фәнни-технологик үҫеше советына илдең стратегик өҫтөнлөктәрен билдәләүҙе йөкмәтте.
"Рәсәй Федерацияһының фәнни-технологик үҫешен һәм приоритеттарын билдәләү, дәүләт органдары менән бәйләнеш булдырыу, ғилми-техник сәйәсәтте формалаштырыу һәм тормошҡа ашырыу маҡсатында Президент янындағы Рәсәй Федерацияһының фәнни-технологик үҫеш советына стратегик маҡсаттарҙы, приоритеттарҙы һәм мәсьәләләрҙе билдәләү функцияларын үтәүҙе йөкмәтәм,”-тип яҙылған документта.
Ил башлығы билдәләүенсә, хөкүмәт эргәһендәге фәнни-технологик үҫеш комиссияһы ла булдырыласаҡ.
#ВВПУТИН
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.

Читайте нас