Программаға ярашлы, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы спортҡа йәлеп итеү күҙаллана. Һүҙ бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән төрлө спорт түңәрәктәре тураһында бара.
Был идеяны тормошҡа ашырырға танылған спорт эшмәкәре, Өфөлә джиу-джитсу һәм грэпплинг мәктәбенә нигеҙ һалыусы Джефф Монсон ярҙам иткән. Ул балалар өсөн үҙ мәктәбенең майҙансыҡтарын тәҡдим иткән.
Депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре әйтеүенсә, секцияларҙы билдәле тренерҙар уҙғарасаҡ. Шөғөлләнергә теләк белдергән балаларға медицина тикшереү үткәреү, спорт кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү ҡаралған.
Йәш спортсылар өсөн билдәле шәхестәр менән осрашыу, психологик тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.