Яңылыҡтар
16 Март 2021, 16:45

Шишмә районында фельдшер бер ирҙе ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән

27 февралдә Петряев ауылында Павел Сидоров мунса ингәндә һөрөм еҫенән ағыуланған. Уны әсәһе табып алған һәм күршелә йәшәгән фельдшерҙы ярҙамға саҡырған. //

Шишмә районында фельдшер бер ирҙе ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән

27 февралдә Петряев ауылында Павел Сидоров мунса ингәндә һөрөм еҫенән ағыуланған. Уны әсәһе табып алған һәм күршелә йәшәгән фельдшерҙы ярҙамға саҡырған.

Валентина Екимова килеп ингәндә, ике кеше ярҙамға мохтаж булған. Адреналин уколы Павелдың ғүмерен ҡотҡарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фельдшер һәм Павелдың әсәһе йән биргән.

Валентина Екимова 26 йыл тыуған ауылында фельдшер булып эшләгән. Хәҙер ауылдаштары бер урамға уның исемен бирергә теләй.
Читайте нас