Яңылыҡтар
16 Март 2021, 04:24

“СӘЛӘМӘТЛЕК АВТОПОЕЗДАРЫ” ЮЛҒА СЫҒА

-

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырыу маҡсатында 19 апрелдән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” тип аталған акция башланыуы тураһында белдерҙе.
Республиканың барлыҡ райондары буйлап алты автопоезд сығасаҡ. Халыҡты Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАПтар, флюорографтар, маммографтар, диагностика комплекстары, стоматология модулдәре хеҙмәтләндерәсәк, шулай уҡ Өфө дауаханаларының табиптары ҡабул итәсәк. Теләге булған һәр кем был заманса ҡорамалдарҙа сәләмәтлеген бушлай тикшертеп, табиптарҙан консультация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Поездарҙың эш графигы, ҡайһы төбәккә ҡасан килеүе тураһында киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет сығанаҡтарында айырым мәғлүмәт буласаҡ.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар күреү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған төп бурыстар иҫәбендә.
Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.
Читайте нас