Яңылыҡтар
16 Март 2021, 16:33

“Һөнәре буйынса иң яҡшылар”

Муниципаль район хакимиәте территорияһында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт уңыштарына ирешеп, Хәйбулла районының социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең исемдәре Почет таҡтаһына индерелде. Йыл һайын “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Почет таҡтаһы яңыртылып торасаҡ. //

Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт уңыштарына ирешеп, Хәйбулла районының социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индергәндәрҙе билдәләп, “Һөнәре буйынса иң яҡшылар” Почет таҡтаһы ҡуйылды.
Унда ошо исемдәге муниципаль конкурста еңгән 20 кеше индерелгән. Йыл һайын “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Почет таҡтаһы яңыртылып торасаҡ.
Мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды
Читайте нас